Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
26 Апрель 2021, 05:37

“Толпар”ҙар балаларҙың тешен дауаланы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Асҡын районында “Толпар” күсмә стоматология комплексы эшләне.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Күсмә балалар стоматологияһы республикабыҙ райондары буйлап йөрөй. Ҡайҙа балалар теш табиптары юҡ, шул муниципалитеттарҙа ике-өс көнгә туҡталыу планлаштырылған. 19-20 апрелдә “Толпар” комплексы районыбыҙҙың Табаҫҡытамаҡ һәм Ҡубияҙ ауылдары мәктәптәрендә булды. Ике көн эсендә генә 100-ҙән ашыу баланың теше тикшерелде һәм дауаланды. Улар өсөн ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарын иҫкәртеү, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына өйрәтеү буйынса сәләмәтлек дәрестәре ойошторолдо, шәхси консультациялар үткәрелде. Тәү сиратта, етем ҡалған, шулай уҡ ауыр тормош шарттарында йәшәгән балалар ҡабул ителде.
«Толпар» күсмә дауалау-диагностика комплексы «КамАЗ» автомобиле нигеҙендә йыһазландырылған. Ул заманса техника менән тәьмин ителгән. Радивизиографы, рентгент аппараты һәм теште пломбалау өсөн сифатлы материалдары бар.
— Алдараҡ Башҡортостанда мәктәптәрҙә заманса стоматология кабинеттары селтәре булдырыу буйынса республика Башлығы проекты тормошҡа ашырыла башлағайны. Бындай кабинеттар булмаған урындарҙа күсмә медицина бригадаһы ярҙамға килә. Тәгәрмәсле стоматология Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса үткән йылда ноябрҙә һатып алынғайны. Был «Үргә ос!» мәғариф программаһының бер пункты булып тора. Йыл аҙағынаса теш табиптары бөтә республиканы урап сыҡмаҡсы, – ти баш ҡалабыҙҙың 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары.
— Беҙҙең ауылға бындай күсмә стоматология комплексы беренсе тапҡыр килде. Табаҫҡытамаҡ ауылы район үҙәгенән 80 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ата-әсәләрҙең күбеһенең балаларын район үҙәгенә йәиһә башҡа ерҙәргә теш табибына йөрөтөргә мөмкинселеге юҡ. Шуға күрә, табаҫҡытамаҡтар исеменән республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы баш табибы Римма Әсхәт ҡыҙы Ғәниеваға һәм табиптар бригадаһына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ бик ҡыуандыҡ һәм тағы ла үҙ эшенең оҫтаһы булған табиптарҙы көтөп ҡалабыҙ, — тип рәхмәттәрен еткерҙе Табаҫҡытамаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Глафира Фәйершина.
Наилә ИМАЕВА.
Читайте нас