Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Сәләмәтлек
20 Апреля 2021, 09:16

Сираттағы хәүефһеҙ вакцина

Март аҙағында Рәсәйҙә Чумаков исемендәге үҙәктә уйлап табылған препаратты – “КовиВак” вакцинаһын яһатыу башланды. Илебеҙҙә етештерелгән вакциналарҙың һәр береһе тураһында байтаҡ яҙылһа ла, “КовиВак” – әлегә беҙҙең өсөн ят “ҡунаҡ”, сөнки уны ҡаҙатҡан кеше беҙҙә юҡ. Үҙәктең директоры Айҙар Ишмөхәмәтовтың “Рәсәй 1” телеканалына биргән интервьюһы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайбыҙ.



– Айҙар Айрат улы, һеҙҙе вакцинаның әҙер булыуы менән ҡотлайбыҙ. Артабан ниндәй пландар ҡораһығыҙ?
– Март аҙағында халыҡҡа ҡаҙатыу өсөн йөҙ мең доза әҙерләнде. “КовиВак” – 14 көн айырма менән яһатыла торған ике укол, тигән һүҙ. Составы буйынса улар берҙәй. Вакцина препараттың үҙенсәлектәре буйынса түгел, ә кешенең иммунитет нескәлектәре нигеҙендә билдәләнә. Тәүге тапҡыр иммунитет антиген менән осраша. Икенсе тапҡыр яһатҡас, уның реакцияһы нығынырға һәм артабан вирустар һөжүменә әҙер булырға тейеш.

– Ирекмәндәрҙең 15 процентында ике аҙнанан һуң антиесемдәр барлыҡҡа килмәгән. Тимәк, улар вирустан һаҡлана алмаясаҡмы?
– Беҙ антиесемдәрҙе ҡайһылыр осорҙа асыҡлай алмауыбыҙ ихтимал, ә бына күҙәнәк иммунитеты формалашып өлгөрә. Антиесемдәр кимәле һәр ваҡытта ла иммунитеттың сағылышын күрһәтмәй. Кешеләр ҙә төрлө, сирҙәр ҙә. Кемдер иммунитеттың бер шартына эйә, икенселәр – башҡа шартҡа.

– Тимәк, вакцина яһатҡандан һуң күҙәнәк иммунитетына ла ышаныс арта тигән һүҙ?
– Һис шикһеҙ, шулай.

– Вакцинаны етештереү процесында вирустың әүҙемлеген бөтөрөү (йәғни “үлтереү”) ни рәүешле бара?
– Вирустың “эшмәкәрлеген” туҡтатабыҙ, шул уҡ ваҡытта уның антиген үҙенсәлектәрен һаҡлайбыҙ. Һаҡланмаһа, ул иммунитетты барлыҡҡа килтермәйәсәк. Был мәсьәләне химик агенттар ярҙамында хәл иттек.

– “КовиВак” вакцинаһы ҡаҙатҡандарҙың плазмаһы менән вирусты нейтралләштереү буйынса тәжрибә үткәреп ҡаранығыҙмы?
– Эйе, был – беҙҙең төп ысул. Осраҡтарҙың 85 процентында вирусты сыворотка ярҙамында нейтралләштерә алдыҡ.

– Балаларға һәм өлкәндәргә “КовиВак” вакцинаһын яһатырға мөмкинме?
– Әлбиттә. Беҙ уны, ғөмүмән, бик “йомшаҡ” вакцина тип иҫәпләйбеҙ, сөнки ул полиомиелитҡа ҡаршы препараттар платформаһында барлыҡҡа килтерелгән. Һис һүҙһеҙ, быларҙы әле иҫбатларға кәрәк буласаҡ. 60 йәштән өлкәндәрҙе прививкалау өсөн дә хәүефһеҙ препарат ул.

Фото: jpgazeta.ru
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас