Йәш саҡта организм зарарлы матдәләрҙе үҙе сығарырға һәләтле, ваҡыт үтеү менән был функция йомшара, шуға күрә организмды һаулыҡҡа зыян килтереүсе токсин һәм шлактарҙан төрлө ысулдар ярҙамында таҙартыу күп сирҙәрҙән аралар һәм ғүмерегеҙҙе оҙайтыр.
Матдәләр алмашыныу һәйбәт эшләгәндә, зарарлы токсиндар бөйөр һәм бауыр аша организмдан сығарыла, тик системалағы тайпылыштар йәки дөрөҫ туҡланмау процесты боҙа. Зарарлы берләшмәләр аҙыҡ эшкәртеү ағзалары аша ғына түгел, тире һәм тын алыу юлдары аша ла үтеп инә.
Сәләмәтлеккә зыян килтереүсе сығанаҡтарҙы ла һанап үтәйек: бысраҡ һыу һәм һауа, көнкүреш химияһы һәм ауыл хужалығында ҡулланылған ашламалар, дарыуҙар. Беҙ көн һайын һулаған, эскән зарарлы матдәләр һөйәктәребеҙҙә, ҡан системаһында һәм эске ағзаларҙа туплана. Ағыулы матдәләрҙең тәьҫиренән тәү сиратта ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге зыян күрә, аҙыҡ ҡалдыҡтары тура эсәктә тупланып, серей һәм әсей башлай. Организмдың дөйөм ағыуланыуы хәлһеҙлеккә килтерә. Ҡаҡшаған иммунитет – төрлө сирҙәр баш ҡалҡытыуы өсөн бик уңайлы мөхит.
Бөгөн организмды шлак һәм токсиндарҙан таҙартыу буйынса төрлө ысулдар бар. Иң тәьҫирлеһе, әлбиттә, белгестәр менән кәңәшләшеү. Баш ҡалала медицина-консультатив-методик “Организмды таҙартыу һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса үҙәк” эшләй. Проекттың етәксеһе медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, нутрициолог, токсиколог, “Рәсәй профессиональ белем биреү институты”ның өҫтәмә профессиональ белем ойошмаһы директоры Зәкиә Тереғолова, үҙәктең эше менән таныштырып, халыҡҡа ниндәй хеҙмәттәр күрһәтеүҙәре хаҡында һөйләне.
Шуларҙың береһе – организмдың сәләмәтлек торошона яңы аппараттар ярҙамында экспресс-тест үткәреү. Был ғәмәл ҡан анализы алмайынса башҡарыла. Заманса программа комплекстары организмдағы токсин, аллерген, ауыр металдар, гельминттар, бәшмәксә һәм бактериялар, вирустар барлығын, енси юл менән йоғоусы инфекцияларҙы асыҡлай. Шулай уҡ организмға ниндәй микро- һәм макроэлементтар (йод, магний һәм башҡалар) етешмәүен билдәләй, иртә осорҙа байтаҡ сирҙе асыҡларға ярҙам итә. Үҙәктә шулай уҡ туҡымаларҙағы әселек кимәлен баһаларға, шәхси туҡланыу рационын, витамин- минераль комплекстар һәм файҙалы майҙарҙы һайларға булышасаҡтар. Тест һөҙөмтәһе буйынса организмды натуропатия саралары һәм ысулдар файҙаланып һауыҡтыралар. Терапия төрҙәре күп.
Бынан тыш, үҙәктә эсәр һыу сифатына (һыу үткәргестәге, шешәләрҙәге) эксперт баһаламаһы бирелә. 15 йылдан ашыу халыҡты һауыҡтырыу өлкәһендә эшләгән профессионалдар ҙур һорау менән файҙаланған “Ғаиләнең репродуктив сәләмәтлеге, парҙарҙы йөклөлөк осорона әҙерләү”, “Ябығыу һәм метаболик синдромды иҫкәртеү” программаларын да тәҡдим итә.
“Рәсәй профессиональ белем биреү институты”ның автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы квалификацияны камиллаштырыу, яңы специальность үҙләштереү, эшсе һөнәрҙәренә уҡытыу, өҫтәмә белем биреү программаларын да тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, табиптар һәм провизорҙар өсөн “Клиник нутрициология һәм диетология. Аҙыҡ сифаты һәм хәүефһеҙлеге”, биология, экология-гигиена йүнәлештәрендә эшләүсе юғары белемлеләр, туҡланыу технологтары һәм операторҙары өсөн “Нутрициология һәм аҙыҡ технологияларының көнүҙәк мәсьәләләре” программаһы буйынса уҡытыу ойошторола. Белем биреүҙә дистанцион форма ҡулланыла. Шулай уҡ урта медицина белеменә эйә белгестәр, белем биреү учреждениелары етәкселәре, ата-әсәләр, туҡланыу операторҙары һәм технологтары өсөн дистанцион рәүештә “Сәләмәт туҡланыу нигеҙҙәре. Аҙыҡ сифаты һәм хәүефһеҙлеге” һәм “Мәктәп туҡланыуын ойоштороу һәм балаларҙың ҡайһы бер ауырыу төрҙәрендә диета терапияһы” программалары ойошторола. Сәләмәтлеккә ҡағылған был мөһим мәсьәләләр һеҙҙе ҡыҙыҡһындырһа, заявкаларығыҙҙы институттың электрон почтаһына ебәрегеҙ:
institprof@mail.ru