Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
14 Апрель 2021, 10:31

Прививканан һуң антиесемдәр барлығын белгең килһә...

“Гемотест” лабораторияһы Башҡортостан халҡын прививка яһатҡандан һуң антиесемдәр барлығын тикшертергә саҡыра. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында уның бүлексәләре эшләй.

31 июлгә тиклем махсус тикшереү 1390 һум торасаҡ. Анализға ҡан алына. Биоматериал алыуға айырым хаҡ түләнә.
Бер көн эсендә һөҙөмтә әҙер була. Тикшереү коронавирус аҡһымын нейтралләштереүсе антиесемдәр кимәлен күрһәтә. Был анализды үткәреү өсөн “Гемотест” лабораторияһы Швейцарияның Roche фирмаһы тест-системаһын һәм ҡорамалдарын ҡуллана.
Анализ бирер алдынан вакцинаның икенсе дозаһын алыуҙан һуң кәм тигәндә бер аҙна ваҡыт үткән булырға тейеш. Был осорҙа организм прививкаға һиҙгерлеген арттырырға һәм кәрәкле антиесемдәрҙе барлыҡҡа килтерергә тейеш.
Был анализ вакцинацияларға өлгөрмәгән, әммә сирҙе үткәргән кешеләр өсөн дә мөһим. Ул сирҙән һуң организмдың иммунитетын баһаларға ярҙам итәсәк. Тикшереү һөҙөмтәләрен электрон почта аша алырға мөмкин.
Фото:”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас