Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
7 Апрель 2021, 10:12

Яңы штамм Рәсәйгә етеп килә

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан халыҡты вакцинациялау дауам итә. Ошоға бәйле, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова биргән иң популяр һорауҙарға яуаптарҙы баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ.

— Вакцинацияға нисек яҙылырға?
— Иң ябай һәм уңайлы ысул – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша. Антиковид үҙәге, поликлиника аша ла мөмкин. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша яҙылғанда ҡайһы саҡта система эшләмәүе ихтимал. Был поликлиникала әлегә вакцина юҡлыҡты аңлата. Партия килеү менән яҙылыу көнөн һәм ваҡытын билдәләргә мөмкин була.
Поликлиникаға билдәләнгән ваҡытҡа теүәл килеү мөһим. Ҡапта – биш ампула, препарат 18 градустан түбәнерәк шарттарҙа һаҡлана һәм ташыла. Ҡап иретелгән икән, уны ҡабаттан туңдырырға ярамай.
Әлеге ваҡытта поликлиникаларҙа вакцинациялауға оло сираттар булыуын беледереп төрлө сығанаҡтарҙа мөрәжәғәт итәләр. Бында һүҙ өс йүнәлештә йөрөгән пациенттар тураһында бара. Беренселәре табипҡа ҡабул итеүгә килгән, икенселәре вакцинациялауҙы көтә, өсөнсөләре прививка яһатҡандан һуң поликлиникала ҡалған. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ маршруты.
Вакцинациялауға килгән кеше 15-20 минутын табипта үткәрә, унан прививканан һуң медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында ярты сәғәт поликлиникала булып тора. Аллергия йәки ҡан тамырҙары реакциялары булған осраҡта пациентҡа ярҙам күрһәтелә. Әлегә республикала “Спутник V” вакцинаһының ауыр эҙемтәләре күҙәтелгәне юҡ.
Вакцинациялауға айырым әҙерләнеү талап ителәме?
— Махсус әҙерлек кәрәкмәй. Иртәле-кисле температура үлсәһәң етә. Вакцинацияға яҙылып та, үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, поликлиникаға барыуҙы кисектереп тороғоҙ.
Вакцинациялау тәьҫире оҙаҡҡа етәме? Кеше ни тиклем һаҡланған? Битлектән баш тартырға яраймы?
— Битлекте сисергә ҡәтғи ярамай! Беренсенән, беҙҙә башҡа вируслы инфекциялар ҙа бар. Икенсенән, коронавирустың яңы штаммы Рәсәйгә килеп етеп бара. Урамда битлекһеҙ йөрөргә, һауа һуларға мөмкин. Йәмәғәт урындарында битлек – мотлаҡ.
Пандемияға — бер йыл. Әүҙем вакцинациялау ғинуар аҙағында, күҙәтеүҙәр былтырғы октябрҙән алып барыла. Әле ярты йыл ғына үткән – был осорҙа вакцина тәьҫире һаҡланғаны аныҡ.
Вакцинаны етештереүселәр, иммунитет ярты йылдан бер йылғаса һаҡланасаҡ, тип белдерә. Ковид менән силәгәндәрҙең организмында антиматдәләр өс-алты ай һаҡлана, артабан иммунитет түбәнәйә башлай.
Прививка яһағандарҙың да шулай булыр, тип күҙаллайбыҙ. Әлегә иһә вакцинациялау үткәндәрҙең организмында антиматдәләр һаны юғары икәнлеген күрәбеҙ.
“Электрогазета” мәғлүмәттәренә таянып эшләнде.
Фото: ichef.bbci.co
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас