Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
7 Апрель 2021, 09:42

Һорауҙарға – аныҡ яуаптар

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан халыҡты вакцинациялау дауам итә.

Күптәр прививка яһатты һәм үҙҙәрен яҡшы тоя, әммә яһатырғамы-юҡмы тип шикләнеүселәр ҙә етерлек.
Күптәрҙе, мәҫәлән, түбәндәге һорауҙар борсой. Илдә коронавирусҡа ҡаршы өс вакцина эшләнгән, уларҙы һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Прививканы нисек кисерәләр? Уның тәьҫире күпмегә етә? Вакцина яһатҡандан һуң битлекһеҙ йөрөргә мөмкинме? Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова ошо хаҡта аныҡ аңлатмалар бирҙе.
— Илдә коронавирусҡа ҡаршы өс вакцина эшләнгән: “ГамКовидВак” (“Спутник V”), “ЭпиВакКорона” , “КовиВак”. Өсөһө лә киң ҡулланышҡа рөхсәт ителгән. Улар нимә менән айырыла?
— Вакциналар, ысынлап та, төҙөлөшө буйынса төрлө. “ГамКовидВак” — ген-инженер вектор вакцинаһы —коронавирустың рибонуклеин кислотаһының бер өлөшсәһен аденовирусҡа индергәндәр.
Икенсе вакцина — ген-инженер пептидлы. Ул яһалма рәүештә синтезланған коронавирус пептидтарынан эшләнгән. Был пептидтар иммун күҙәнәктәрен таный, уларға ҡарата антиматдәләр хасил була. Әйткәндәй, был вакцина саҡ ҡына еңелерәк кисерелә.
“КовиВак” — әүҙемлеге баҫылған вакцина, ул “үлтерелгән” коронавирус нигеҙендә булдырылған. Был – вакцинаның классик төрө, тап ошо юл менән беҙҙәге барлыҡ вакциналар яһала.
Былар – өсөһө өс төрлө механизм. Әммә бар вакциналар ҙа ике компонентлы. Өсөһөнөң дә тәьҫире 92-98 процент самаһы, тип иҫәпләнә. Әммә был күрһәткес күҙәтеүҙәргә бәйле: ни тиклем улар күберәк, шул тиклем мәғлүмәт тә анығыраҡ.
Пациент ниндәй вакцина яһатырға икәнлекте үҙе һайлай аламы?
— Әлеге ваҡытты, әллә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әллә бәхеткә күрә, һайлау мөмкинлеге юҡ. Ни эшләп, бәхеткә күрә? Сөнки һайлауы бик ауыр. Икенсенән, әле бер генә вакцина бар: “ГамКовидВак”. Ул иң күп күләмдә етештерелә. Уны һатып алып булмай, вакцина федераль ҡаҙна иҫәбенә алына һәм ил төбәктәренә еткерелә.
Тиҙҙән Башҡортостанға “ЭпиВакКорона”ҡайтарыласаҡ, уға заказ яһалған. Өсөнсө вакцина — “КовиВак” яңыраҡ ҡына теркәлгән, уны етештереү ҡеүәте әлегә түбән. Шуға күрә был миҙгелдә беҙ был вакцинаны күреүебеҙ шикле.
Вакцинаны һайлау мөмкинлегенә килгәндә, “ЭпиВакКорона” барлыҡҡа килеү менән беҙ уны тәүге сиратта “ГамКовидВак”ка аллергия барлыҡҡа килгән кешеләргә эшләргә кәңәш итәсәкбеҙ.
— Вакцинациялауҙан һуң ниндәй кире эҙемтәләр булыуы ихтимал?
— Ике вакцина ла (“ГамКовидВак”, “ЭпиВакКорона") киҙеү ише эҙемтәләр булдырыуы ихтимал. Ҡайһы саҡта прививка урыны ҡыҙарыуы, бер аҙ шешеп тороуы бар.
Ике вакцина ла онкологик сирҙәр, шәкәр диабеты булғанда һаҡлыҡ менән ҡулланыла.
Оло кешеләр вакцинаны күпкә еңелерәк үткәрә, сөнки уларҙың иммун системаһының гиперреакцияһы түбән. Был фәнни-ғәмәли медицина өсөн дә яңы, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
“Электрогазета” мәғлүмәттәренә таянып эшләнде.
Фото: rbk.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас