Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Сәләмәтлек
31 Март 2021, 07:08
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус менән ауырығанда һаулыҡҡа кире йоғонто яһаған сирҙәрҙе әйттеләр
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус менән ауырығанда һаулыҡҡа кире йоғонто яһаған һәм үлемгә килтергән хәүефле сирҙәрҙе әйттеләр.
«Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беренсе урында шәкәр диабеты тора. Икенселә – ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары. Өсөнсөлә – һимереү. Артабан тын алыу органдары сирҙәре килә.
Башҡортостанда, 30 мартҡа мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 108 осрағы раҫланған. Асыҡланған сирлеләрҙең дөйөм һаны — 32 252. Пандемия башланғандан алып 358 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
https://
www.bashinform.ru/news/1575839-v-minzdrave-bashkirii-nazvali-samye-opasnye-soputstvuyushchie-zabolevaniya-pri-koronaviruse/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коронавирус
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"