Яңы коронавирус (COVID-19) инфекцияһының барлыҡҡа килеүенә бер йылдан күберәк ваҡыт үтте. Был вирус тураһында 2020 йылдың ғинуарында һөйләй башлағайнылар. Ошо ваҡыт эсендә сир бөтә илдәргә таралды. Тәүҙә уның хаҡында бер ниндәй мәғлүмәт булмаһа, хәҙер табиптар уға ҡаршы көрәшергә, сирлеләрҙе дауаларға өйрәнде, ғалимдар вакциналар уйлап тапты. Мишкә районында пандемия сикләүҙәре, вакцинациялау барышы тураһында үҙәк район дауаханаһы эпидемиологы Илнур Искәндәров менән әңгәмәләштек.
— Илнур Рәсхәт улы, тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙсе.
— Мин Балтас районынан. Иҫке Балтас ауылында Гөлнара һәм Рәсхәт Искәндәровтар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуғанмын. Атайым һымаҡ мин дә, ағайым да медицина өлкәһен һайланыҡ. Атайыбыҙ районда эпидемиолог булып эшләй, баш табип вазифаһында ла хеҙмәт итте. Ағайым Ҡалтасы районында рентгенолог һәм УЗИ табибы.
— Мишкә районында нисә йыл эшләйһегеҙ?
— Башҡорт дәүләт медицина университетын 2016 йылда тамамлағандан һуң Мишкә үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлымды башланым. Әлеге ваҡытта табип-эпидемиолог вазифаһын башҡарам, шулай уҡ анализдар алыу лабораторияһын етәкләйем.
— Илнур Рәсхәт улы, Мишкә районында COVID-19-ға бәйле ниндәй саралар уҙғарылды, ниндәй сикләүҙәр индерелде?
— Был сир беҙҙең районды ла урап үтмәне. Тәү сиратта, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барылды, мотлаҡ битлек, социаль дистанция, магазин, туҡталыш, подъездарҙы дезинфекциялау эштәре башҡарылды. Бөгөнгә COVID-19 сигенә, һуңғы күрһәткестәр буйынса районда яңы сирләүселәр теркәлмәгән.
— Районға ниндәй вакцина ҡайтарылды?
— Районға “Гам-Ковид-вак” вакцинаһы ҡайтарылды. Ул ике компонентлы. Барлығы 485 доза алдыҡ.
— Беренсе сиратта вакцина кемдәргә яһала?
— Тәү сиратта, прививка сирлеләр менән туранан-тура эшләгәндәргә – табиптарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә яһала. Прививканы шәфҡәт туташы Анастасия Айдуганова эшләй.
— Районда барлығы нисә кеше был вакцинаны эшләткән?
— Һуңғы мәғлүмәт буйынса, беренсе прививканы — 475, икенсеһен 345 кеше яһатҡан. Әйткәндәй, үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре вакцина эшләтергә теләүселәргә ауылдарға сығып прививка яһай башланы. Был, беренсе сиратта, район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдар өсөн уңайлы.
— Ғөмүмән, вакцина нисек эшләнә һәм вакцинациялауға нисек әҙерләнергә?
— Вакцина өс аҙна арауыҡ менән индерелеүсе ике инъекциянан тора. Уның һөҙөмтәлелеге – 95 проценттан ашыу. Кире реакцияларҙың вакцинацияланғандан һуң тәүге өс көндә күренеүе ихтимал.
Прививка алдынан һеҙҙе мотлаҡ табип ҡараясаҡ – температураны үлсәй, дарыуға аллергия барлығын-юҡлығын асыҡлай. Айырым әҙерлек тә, коронавирустан тест биреү ҙә кәрәкмәй. Иң мөһиме – коронавируслы ауырыу менән аралашмауығыҙ, йыл дауамында инфаркт йәки инсульт кисермәүегеҙ, системалы сирҙәрегеҙ, туберкулез, шештәр, В һәм С гепатиты, сифилис, ВИЧ булмауы. Ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөккә тест үткәрергә кәрәк. Вакцина индерер алдынан һәм унан һуң бер нисә көн алкоголь эсергә ярамай.
— Кемгә был прививканан тыйылып торорға кәңәш ителә?
— Вакцина 18 йәшкә тиклемге балаларға, 60 йәштән үткән ололарға, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм хроник сирлеләргә сирҙәре көсәйгән ваҡытта эшләнмәйәсәк.
— Интернет селтәрендә вакцина тураһында төрлө уйҙырмалар йөрөй. Әлеге ваҡытта “эшләтергәме”, “эшләтмәҫкәме” тип аптырауға ҡалған кешеләргә нимә тип әйтер инегеҙ?
— Дөрөҫ әйтәһегеҙ, халыҡты икеләнеүгә этәргән төрлө мифтар йәшәп килә. Вакцинаны яһатыу шәхси теләк буйынса башҡарыла, бер ниндәй ҙә көс, ҡурҡытыу аша яһалмай. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, вакцина тулыһынса бушлай һәм тик дәүләт поликлиникаларында эшләйҙәр. Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ! Ә эшләтеү, эшләтмәүгә килгәндә, мин барыһына ла яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаны яһатырға кәңәш итәм. Үҙегеҙҙең һаулығығыҙға битараф булмағыҙ.
— Тулы яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Илнур Рәсхәт улы. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.