Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
30 Март 2021, 07:38

Башҡортостанда 95 мең кеше коронавирустан прививка яһатҡан

Башҡортостанда 95 мең кеше яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы препарат менән вакцинацияның ике этабын да үткән, 132 меңе беренсе компонентын алған, тип хәбәр итте республика вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, республикала 134 стационар һәм биш мобиль вакцинация пункты эшләй. Дүртәүһе Өфөлә: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, «Мега», «Планета» сауҙа үҙәктәрендә, «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә, берәүһе — Стәрлетамаҡтағы «СитиМолл» сауҙа үҙәгендә.
«Тағы бер нисә мобиль пункт асыу тураһында мәсьәлә өйрәнелә. Әлеге ваҡытта уларҙа ике мең кеше прививка эшләткән», — тине Максим Забелин.
Республиканың COVID-19 менән көрәш буйынса оператив штабы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 32 252 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Һуңғы тәүлектә 108 яңы осраҡ асыҡланған. 242 пациент дауаханала ята, бишәүһенең хәле ауыр, 4 372 сирле өй шарттарында дауалана.
Республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған сирлеләр өсөн койкалар һаны кәмей. Бөгөнгә 1 968 койка бар, 84% тулған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас