Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
28 Март 2021, 05:00

Күптән көтөлгән шатлыҡ

Ҡариҙел районы Яңы Йәнсәйет ауылында капиталь ремонттан һуң фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм почта элемтәһе бүлексәһе асылды.

Тантанаға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. Ул фельдшер Асия Ғиззәроваға (һүрәттә) һәм почта бүлексәһе начальнигы Гүзәл Мөғлөтдиноваға район хакимиәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы.
Тантаналы рәүештә ал таҫманы киҫкәндән һуң етәкселәр һәм ҡунаҡтар, бина эсенә үтеп, яңы асылған объекттың эске торошо менән танышты.
Элек был социаль инфраструктура объекттары заманса медицина һәм халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһе талаптарына яуап бирмәгән иҫке бинала урынлашҡайны. Бөтә эштәр ауылды төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләк белдергән урындағы эшҡыуар Илья Компаченко аҡсаһына башҡарыла. Реконструкция барышында бинаны ремонтлау-тергеҙеү эштәре башҡарылды, эске инженер селтәрҙәре алмаштырылды. Яңы тәҙрәләр, тимер һәм пластик ишектәр ҡуйылды, сантехника урынлаштырылды.
Өс ай буйына барған ремонт эштәре барышында почта һәм пункт хеҙмәткәрҙәре бер генә көнгә лә эштәрен туҡтатманы, киреһенсә, тағы ла тырышыбыраҡ эшләне.
Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға килеүсе район Мәҙәниәт йорто артистары автоклуб сәхнәһенән сығыш яһаны. Уларҙың концерт номерҙары барыһының да күңеленә хуш килде. Әйткәндәй, был автоклуб 2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы алына һәм ул байтаҡ сараларҙа ҡатнаша.
Байҡы ауыл биләмәһе башлығы В.В. Шерстобитов әйтеүенсә, ауылға автоклуб беренсе тапҡыр ғына килмәй. Уның ҡатнашлығында дискотекалар, концерттар, фильмдар ҡарау һәм башҡа мәҙәни саралар ойошторола. Клубтар булмаған ауылдар өсөн был айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас