Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
24 Март 2021, 09:09

Башҡортостанда бер аҙнала 24 меңдән ашыу кеше ОРВИ йоҡторған

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләү осраҡтары арта.

15 марттан 21-енә тиклем 24 433 кеше ОРВИ менән ауырып киткән. Үткән аҙна менән сағыштырғанда үҫеш – 15,4%, тип хәбәр итте Роспотребнадзор. Өфөлә 7 163 сирле.
Әлеге ваҡытта республикала ауырыу күрһәткесе эпидемик сик кимәлендә тора, ти белгестәр. Ауырығандарҙың яртыһынан ашыуы – 17 йәшкә тиклемге балалар.
Лаборатория тикшереүҙәре мәғлүмәттәре буйынса, грипп вирустарын йөрөтөү асыҡланған. Шулай уҡ парагрипп, аденовирус, риновирус һәм метапневмовирус билдәләнә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас