Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә үткәрелгән Бөтә донъя ауыҙ эсе ҡыуышлығы сәләмәтлеге көнө уңайынан шәфҡәт туташы Миләүшә Рафаил ҡыҙы тәрбиәләнеүселәр менән фәһемле әңгәмә үткәрә. Ул балаларға тештәр төҙөлөшө, нисек дөрөҫ итеп уларҙы таҙартыу, теш ауырыуҙарын профилактикалау саралары тураһында күргәҙмәлелек ярҙамында һөйләне. Балалар теште бәләкәйҙән һаҡларға кәрәклеге, уларҙың дөйөм сәләмәтлеккә ҙур йоғонто яһауы тураһында күп нәмә белде.