Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
10 Март 2021, 07:45

Битлек мотлаҡ булып ҡала

Бөгөн республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығында төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса сираттағы брифинг үтте. Уны Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин алып барҙы.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республикала ошо көнгәсә коронавирус менән сирләүҙең 29 790 осрағы теркәлгән, һуңғы тәүлектә 133 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған. Унан тыш брифингта көнүҙәк һорауҙарға яуаптар яңғыраны. Мәҫәлән, “ГамКовидВак” вакцинаһы Милли календаргә индерелгән. Был нимә аңлата? Прививкаларҙың милли календары иҫкәртеү һәм эпидемик күрһәткестәргә бәйле вакцинациялауҙарҙы үҙ эсенә ала.
Иҫкәртеү прививкалары киң таралған хәүефле инфекцияларға ҡаршы яһала: туберкулез, һыу сәсәге, ҡыҙылса, паротит, гепатит В, дифтерия, киҙеү һәм башҡалар.
Ә COVID-19 вирусына ҡаршы яһалған вакцина календаргә эпидемик күрһәткестәр буйынса индерелгән. Шулай уҡ, халыҡты иммунизацияланған осорҙа уның өҫтөнлөклө кимәлдәре билдәләнгән:
- тәүге сиратта вакцина медицина һәм социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә, педагогтарға, күп функциялы үҙәктәрҙә эшләүселәргә, хроник сирле кешеләргә яһалырға тейеш.
- икенсе кимәлдә – транспорт ойошмалары, энергетика тармағы эшсәндәре, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, хәрбиҙәр, хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәр, вахтасылар.
- өсөнсө кимәлдә – дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәр, 18 йәштән өлкәнерәк студенттар, армия сафына саҡырылыусылар.
Рәсәй Президенты бүлгән вәкәләттәр буйынса, төбәктәге эпидемиологик хәлгә бәйле, ил субъектының власть органдары вакцинациялау үткәргәндә өҫтөнлөклө кимәлдәрҙе үҙгәртергә хоҡуҡлы. COVID-19-ға ҡаршы прививка диспансеризациялау планына инмәй. Әммә уны үткән ваҡытта прививкаға яҙылырға һәм уны эшләтергә мөмкин. COVID-19 вирусынан прививка яһатҡан граждандар вакцинациялауҙың электрон сертификатын юллай ала. Ул Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта күренәсәк. Поликлиникала привика яһатыу тураһында белешмә биреүҙәре, был хаҡта прививка сертификатында теркәү яһауҙары ла ихтимал.
18 йәше тулмаған балаларға һәм үҫмерҙәргә COVID-19 вирусына ҡаршы прививка әлегә яһалмай, клиник тикшереүҙәр бара. Дауаханаға планлы операцияға юлланған ваҡытта коронавирус инфекцияһына тест яһатыу мотлаҡ түгел: 2020 йылдың декабренән был талап бөтөрөлдө. Тикшереүҙәрҙе пациент ятасаҡ дауаханала үткәрәсәктәр. Дәүләт гарантияларына ярашлы, улар бушлай яһала.
Брифинг аҙағында Максим Забелин битлек режимын һаҡлауҙың мөһимлеген тағы берҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Фото: ria.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас