Эске күҙ баҫымының күтәрелеүе хас булған, аҙаҡ күҙ күреүсәнлеге насарланыу һәм күреү нервыһы атрофияһы үҫешеү менән барған сирҙәр төркөмөн глаукома тип атайҙар. Күпселек осраҡта сир күҙҙәрҙең икеһендә бер юлы үҫешә. Күҙҙәр ҡыҙара, күҙ ҡараһы томанлана, күҙ ҡабаҡтары шешенә. Дауаланмағанда кеше һуҡырая. Патология ҡырҡ йәштән һуң үҫешә башлай. Ул ҡатын-ҡыҙҙа ир-ат менән сағыштырғанда өс тапҡырға йышыраҡ күҙәтелә.
Глаукома башланыуының тәүге билдәләренә иғтибарлы булығыҙ: күҙ күреүҙең тиҙ насарланыуы күҙәтелә, күҙлектәрҙе йыш алмаштырырға тура килә; яҡтыға ҡарағанда барлыҡҡа килгән йәйғорло түңәрәктәр күҙҙәрҙе йомғолағанда ла, ыуғылағанда ла юғалмай; күҙ алмаһы эргәһенең ауыртыныуы; күреүсәнлектең томанланыуы, периферик күреү (күҙ сите) сиктәренең кәмеүе; күҙ алдында “селтәр” барлыҡҡа килеүе; яҡын арала уҡыуҙың ҡыйынлашыуы; ҡараңғыла йүнәлеште юғалтыу; баштың сикә өлөштәре ауыртыуы ихтимал.
Ғөмүмән, һәр кем ҡырҡ йәштән һуң офтальмологҡа күренергә, күҙ үткерлеген тикшертергә, эске күҙ баҫымын үлсәтергә тейеш. Был процедуралар ауыртыныу тыуҙырмай һәм сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙ. Глаукома хәүефен тыуҙырыусы сәбәптәрҙе лә ҡарайыҡ: йәштең арта барыуы, нәҫелдән күсәгилешлелек, күҙҙең йәрәхәтләнеүе һәм операция үткәреүе, шәкәр диабеты, гипертония, күҙгә стереоидлы дарыуҙарҙы йыш тамыҙыу, күрәшлек һәм үтәғарашлыҡ. Катаракта эҙемтәләренең дә глаукома башланыуына сәбәпсе булыуы мөмкин.
Нервыларҙың зарарланыуын туҡтатып булмаһа ла, сирҙең аҙыуын аҡрынайтыусы дауалау саралары бар. Бары үҙ ваҡытында дауаланырға, эске күҙ баҫымын нормаға килтерергә, сир билдәләренең артыуын туҡтатырға кәрәк. Хәҙерге заман технологиялары дауалау процесын хәүефһеҙ һәм уңышлы хәл итергә тулы мөмкинлек бирә. Операция тәьҫирлеге оҙаҡ йылдарға етә, бының өсөн хатта дауаханаға ятырға ла кәрәкмәй.
Табиптарҙың түбәндәге кәңәштәренә лә ҡолаҡ һалығыҙ: йәшегеҙгә ярашлы ғына эштәрҙе башҡарығыҙ, артыҡ көсәнергә ярамай; стрестарҙан ҡасығыҙ, нервы көсөргәнешенән һаҡланығыҙ; ауыр әйберҙәр күтәрмәгеҙ, әммә тулыһынса физик хеҙмәттән үҙегеҙҙе сикләмәгеҙ; оҙаҡ ваҡыт эйелеп эшләү һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына түгел.
Уҡығанда йәки компьютер артында эшләгәндә бүлмәгеҙҙәге яҡтылыҡ етерлек кимәлдә булһын. Башығыҙҙы тигеҙ тотоғоҙ. Тәүлегенә өс сәғәттән дә артыҡ компьютер артында ултырмағыҙ, әгәр ҙә оҙаҡ эшләргә тура килһә, һәр сәғәт һайын 10-15 минутлыҡ тәнәфес яһағыҙ.
Сир билдәләре күренгәндә тәүлек һыу нормаһын кәметеү кәрәк. Норма - көнөнә дүрт стакан һыу. Уның артыҡлығы эске күҙ шыйыҡлығы ағымын көйләүҙе боҙа һәм күҙ күреүсәнлегенә зарар килтерә. Алкоголь һәм никотин ҡанға эләгеп, ҡан тамырҙарын тарайта һәм ҡан баҫымын арттыра. Табиптар муйынды ҡыҫып торған һәм тығыҙ яҡалы кейемдәр кеймәҫкә кәңәш итә, сөнки улар ҡан әйләнешен боҙа һәм глаукома үҫешенә булышлыҡ итә. Ҡояшлы көндәрҙә яҡтылыҡ тәьҫиренән һаҡлаусы күҙлек кейегеҙ. Сирлеләргә мунса һәм сауналарға барырға ярамай, кинотеатрҙарҙа фильмдар ҡарау ҙа күҙҙәр өсөн зарарлы. Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ, ял итегеҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.