Йәнтөйәк
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Сәләмәтлек
1 Февраля 2021, 09:35

Дауаханалар элекке эшмәкәрлегенә ҡайта

Бөгөн-иртәгә коронавирустан йәнә 14 мең доза вакцина көтәбеҙ.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда коронавирус буйынса хәл бер ни тиклем тотороҡланды һәм яйлап ҡына сикләүҙәр алына башланы. Бөгөнгә хәлдәрҙең нисек булыуы тураһында Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
Шулай итеп, дөйөм сирлеләр һаны 24412-гә еткән, һуңғы тәүлектә вирус 165 кешелә асыҡланған. Министр белдереүенсә, үҫеш динамикаһы ошо һандарҙан артмай. Дауаханаларҙа 414 кеше дауалана, 57-һенең хәле ауыр, улар интенсив терапия һәм реанимация бүлексәләрендә ята.
Башҡортостанда һәм Өфөлә яйлап ҡына коронавирус менән сирләгәндәр өсөн урындарҙы кәметеү эше дауам итә. Бөгөндән алып Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, ашығыс ярҙам станцияһы ғәҙәти эш тәртибенә ҡайта, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре ябылған.
– Әгәр мохтажлыҡ була икән, беҙ бер-ике тәүлек эсендә уларҙы кире йоғошло ауырыуҙар профиленә күсерә аласаҡбыҙ. Әле республикала коронавирус менән сирлеләр өсөн 6323 урын бар, уларҙың 35 проценты буш, – тине Максам Забелин.
Ковид-19-ҙан вакцинациялау буйынса, министр белдереүенсә, бөгөн-иртәгә республикаға 14 мең доза “Гам-Ковид-Вак” препараты килеп етәсәк. Февраль тамамланғансы, был һан 100 меңгә тиклем етер тип көтөлә. Ә дөйөм алғанда, ошоға тиклем Башҡортостан 20142 доза вакцина алған.
Коронавирусҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшмәкәрлегенә килгәндә, уның етәксеһе Римма Үтәшева белдереүенсә, үткән аҙнала ике мең самаһы шылтыратыу ҡабул иткәндәр. Хәҙер мөрәжәғәттәр араһында коронавирустан прививка һалдырыуға арналғандары артҡан.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, әлегә был үҙәк үҙ эшен дауам итәсәк, сөнки халыҡ унда һаман шылтырата һәм үҙенә кәрәкле һорауҙарға яуап ала.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Dauahanalar-elekke-eshm-k-rlegen--ayta-657436/
Читайте нас