200 квадрат метр майҙанлы амбулаторияла терапевт, педиатр, стоматолог кабинеттары, фильтр-бокс эшләйәсәк. Объектты төҙөү алты миллион һумға төшкән. Быға өҫтәп, яңы ҡорамалдар, йыһаздар һатып алынған. Район хакимиәте һыу, газ, канализация селтәрҙәрен булдырған.
Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, Бөрө өйәҙендә 1882 йылда өс дауахана эшләгән: Бөрө ҡалаһында, Һәйтәк һәм Асҡын ауылдарында. Өйәҙ буйынса бер табибҡа 99 000 кеше (!) тура килгән. Һәйтәк земство дауаханаһы бинаһы 1861 йылда төҙөлөп, 1878 йылда асылған. Ул ваҡытта дауахана 10 ауырыуҙы ҡабул итә алған. 1937 йылда 20 урынлыҡ стационар асылған. Бөйөк Ватан һуғышына ҡәҙәр районда берҙән-бер, унан һуң да күп йылдар әйҙәүсе дауахана булып, бирелә бала тыуҙырыу йорто, инфекция һәм операция бүлектәре, рентген кабинеты эшләгән.
Ғорурланырлыҡ бай тарихҡа эйә медицина учреждениеһын артабан һөҙөмтәле эшләтеү, биреләге табип һәм шәфҡәт туташтарына, мөрәжәғәт итеүсе ауырыуҙарға, айырыуса оло йәштәге кешеләргә тейешле шарттар тыуҙырыуҙы район хакимиәте, Балтас үҙәк район дауаханаһы етәкселеге мөһим эш йүнәлеше итеп ҡабул итте һәм бинаны тиҙ арала сафҡа индереү өсөн күп көс һалды. Тантаналы көндө Һәйтәк ауылы халҡының шатлығын район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев уртаҡлашты. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бөрө медицина округы буйынса штаттан тыш хеҙмәткәре, Бөрө ҡала дауаханаһы баш табибы Арсен Ғарипов министр исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, Балтас районында һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлеге юғары дәрәжәлә ойошторолоуын билдәләне. Шулай уҡ тантанала Балтас үҙәк район дауаханаһы баш табибы Айдар Хәмәтов, Һәйтәк ауыл биләмәһе башлығы Эльза Фәйершина, Һәйтәк ауыл Советы депутаты Гөлфизә Саяпова сығыш яһаны.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Ғәзим Талипов фотоһы.