Заһит Ҡасимовтың бер үпкәһе һуғыш ваҡытында пуля тейеп зарарланған, операция яһап уны алғандар, шуға ул ғүмер буйы корсет кейеп йөрөнө. Йыш ҡына ул һуғыш хәтирәләрен иҫкә ала ине. Һөйләгәндәре араһында береһе бигерәк тә хәтерҙә ныҡ һаҡланған. Ваҡиға былай була.— Ну, Захар (уны шулай тип йөрөтәләр), был һуғыштан иҫән сығырбыҙмы икән? — тине орудие командиры Иван, окоп өҫтөнән ҡойолған балсыҡты ҡаға-ҡаға. — Һөжүмдең осо беҙгә тура килде, ахыры. Хәҙер немецтар ныҡлап ябырылыр инде.Заһит ишетмәне, әллә ишетеп өндәшмәне, ул ваҡытта үҙе зәңгәр күккә ҡарап тора ине. Көҙгө һалҡын, саф һауа күкрәктәргә инеп әллә ниндәй дәрт, ҡеүәт бирә. Окоптан һикереп сығаһы ла, япраҡтар ҡойолған урман эсенән үтәһе ине. Командир үлем тураһында һөйләй, 17 йәшлек Заһит Ҡасимовҡа ниндәй үлем булһын ти. Әле күп булһа, ул бер-ике аулаҡ өйҙә күренеп, ҙур егеттәрҙең ҡыҙҙарҙың иң баштарынан ҡосаҡлағанын күрҙе. Битенә бәке лә тейҙереп ҡараманы.— Әхкәм, Әхкәм! Һин һуғышҡа ҡәҙәр берәр ҡыҙ ҡосаҡлап ҡарағаның булдымы?— Әйттең һүҙ. Берҙе түгел, меңде.— Шыттыраһың инде, малай, һин дә минең кеүек йыуаш инең бит. — Заһит фронтта үҙенең яҡташы Ҡузбай ауылы егете Әхкәм Фәхрәзиев менән бергә тура килеүенә шатлана. Ышаныслы егет.— Ну, нисауа, бына һуғыш бөтһөн генә, беҙ үҙебеҙҙекен кире ҡайтарырбыҙ әле.Командирҙың әйтеүе дөрөҫ булған икән, немецтар ҙур орудиеларҙан былар өҫтөнә ата башланы. Тирә-яҡта балсыҡ фонтаны яһап, снарядтар шартлай. Өсөнсөмө, дүртенсеме снаряд быларҙың окобын ҡапланы, командир һәм бер нисә һалдат һәләк булды.Атыш тынғас барып ҡараһалар, орудие расчетынан икеһе – Заһит менән Әхкәм генә тороп ҡалған. — Хәҙер танкылар киләсәк, — тип ҡуйҙы үҙ алдына Заһит Ҡасимов, — әйҙә пушканы сығарып ҡуяйыҡ.Ысынлап та, ҡаршылағы урман эсенән танкылар килеп сыҡты. Ҡороу һәм атыу Заһит снаряд ташыу Әхкәмгә ҡалды.Танкылар яҡын килгәс, атып ебәрҙеләр, әммә снаряд ситкә китеп, урман эсендәге имәнгә барып тейҙе. Икенсеһе “Тигр”ҙың сылбырына барып эләкте һәм немец танкы бер урында әйләнә башланы.Немецтар ҙа быларҙы күреп ҡалды. Танкынан сыҡҡан снарядтар яҡын ғына ярыла. Әммә Заһиттың да, Әхкәмдең дә, кем әйтмешләй, ҡан ҡасҡан, үлем онотолған — бер-бер артлы снарядтарҙы оҙатып ҡына тора. Беренсе яндырылған танкының төтөнө күренгәс тә Заһиттың күңелендә күтәренкелек барлыҡҡа килде.— Беҙ әле һуғышабыҙ, беҙҙе былай ғына ала алмаҫһығыҙ! — тине ул тешен ҡыҫып, — Әхкәм, давай снаряд.Әхкәмдең тауышы килмәне. Заһит боролоп ҡараһа, артында яраланған яҡташын күрҙе. Балсыҡ, туҙанға батҡан Әхкәмдең бер аяғы нисектер ҡайырылған кеүек. Теҙҙән түбән салбар балағынан ҡан һарҡып сыҡҡан.– Мин яраландым. Заһит, аяҡҡа ярсыҡ тейҙе.Заһит яҡташының аяғын бәйләргә генә эйелгәйне, сираттағы снаряд быларҙың пушкаһына тейеп, уны теткеләп осорҙо. Ни хикмәттер, танкылар алға барыуҙан туҡтап, кире боролдо. Күрәһең, бер аҙ хәл алырға уйлағандарҙыр. Әхкәмдең аяғын бәйләгәс, тын ҡалдылар.— Беҙгә фронт һыҙығына барырға кәрәк, — тине Заһит ҡәтғи итеп, — немецтар тиҙ генә ҡуҙғалмаҫ, үҙебеҙҙекеләрҙе ҡыуып етергә кәрәк. — Мин атлай алмайым бит, Заһит, баҫып булырлыҡ түгел.— Ҡайғырма, икебеҙгә өс аяҡ бар бит әле.Ҡараңғы төшкәс, нисек итте улай көнсығышҡа ҡарай ҡуҙғалдылар.Һуғыш гөрөлтөһө ишетелә, тимәк, беҙҙекеләр йыраҡ түгел.Бер-ике саҡрымдан һуң Әхкәм биреште, әлегә ҡәҙәр бер ҡулы менән Заһиттың иң башына аҫылынып бара алһа ла, һуңынан бөтә кәүҙәһе менән иптәшенә һалынды.— Ташлап ҡалдыр мине, Заһит, үҙең иҫән сыҡһаң, атай-әсәйгә хат яҙып һалырһың. Улығыҙ батырҙарса һәләк булды, тиерһең. Заһит өндәшмәне. Тешен ҡыҫып булһа ла ярты үле кәүҙәне һөйрәүен дауам итте. Фронт һыҙығы йыраҡ түгел, гөрөлтө яҡында ғына ине. Сираттағы бер ялды снаряд шартлаған соҡорҙа үткәрҙеләр. Әхкәм күҙен асты.— Заһит, һин мине ошонда күмеп ҡалдыр, беҙҙекеләр килеп сыҡһа, ҡотҡарыр.Заһиттың хәле мөшкөл ине, шуға ул яуҙашының тәҡдименә күнде, тиҙерәк үҙебеҙҙекеләргә барып етергә лә Әхкәмде ҡотҡарырға. Шулай иттеләр ҙә, яҡындағы эҫкерттән һалам алып килеп Әхкәмде соҡорға күмеп ҡуйҙы Заһит. “Мин киләм, һис шикһеҙ киләм”, — тине ул.Ваҡиғалар, ысынлап та, шулай барып сыҡты. Заһит үҙебеҙҙекеләргә барып етте, хәлде аңлатты. “Өс кеше бирһәгеҙ етә!” — тине ул. Дүрт һалдат Заһит өйрәткән ергә табан йүгерҙе. Заһиттың аяҡтары ергә теймәй. Иң беренсе булып теге урынға барып етте, соҡорға һикереп төшөп һаламдарҙы аҡтарып ташланы. Ни хикмәт, соҡорҙа Әхкәм юҡ ине. Үле кәүҙәһе лә күренмәй, тирә-яҡта бер саҡрымлап эҙләп ҡаранылар, ут та һыу – Әхкәмдең кәүҙәһе табылманы. Заһит шунан һуң бик оҙаҡ үҙен ғәйепләп йөрөнө – ниңә ташлап ҡалдырҙым? Ауылға былар хаҡында хат та яҙып һалды.Ә фронт юлдары дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы йылдарында Заһит Ҡасимовты танк десантына тәғәйенләйҙәр. Десантсы егет күкрәгендәге орден-миҙалдарын арттыра-арттыра Германияға ҡәҙәр барып етә. Әммә һуғыш бөтөр алдынан ғына күкрәгенә пуля тейә. Аңһыҙ килеш госпиталгә һалалар. Бер үпкә эшкә ярарлыҡ булмай.— Бер еврей табибы мине ҡотҡарып ҡалды, — тип һөйләй ине, — бер үпкәне алды, йәшәргә өмөт ҡалдырҙы. Тәмәке тартҡанда төтөнө ҡабырға араһынан сыға ине хатта.Рязань ҡалаһында госпиталдә ятҡанда ул агрономға уҡый. Һуғыш уның өсөн бик һуң тамамлана. 50-се йылдарҙа ғына Борайға ҡайтып төшә егет. Бер аҙ ял иткәс, Ҡузбайға барып Әхкәмдең туғандарына теге ваҡиғаларҙы һөйләргә лә иҫәбе була фронтовиктың.Көндәрҙән бер көндө ул Туғайҙан Борайға килә, төш ваҡытында ашарға ашханаға инә. Аш алып өҫтәл артына ултырырға йыйынғанда, мөйөштәге өҫтәл артында бер таныш йөҙ күрә. Ныҡлабыраҡ ҡараһа – Әхкәм! Был ниндәй хәл, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай тора.— Һинме был, Әхкәм?— Мин, Заһит, мин...Һөйләшеп китә егеттәр. Әхкәмдең һүҙҙәре бик сәйер тойола. — Һин мине соҡорҙа ҡалдырып киткәс, немецтар килеп сыҡты. Минең ыңғырашҡанды ишетептер инде, соҡоп алдылар, ни өсөндөр атып үлтермәнеләр, ә ялан госпиталенә һалып ҡуйҙылар. Тирә-яғымда немец һалдаттары ята, мин бер үҙем. Бер заман ишек асылып китте лә немец офицеры – табип килеп керҙе. Карауаттар буйлап ауырыуҙарҙы һорашып сыҡты ла, минең янға туҡтаны. Шул ваҡыт руссаға күсеп һорау бирҙе.— Ҡайһы яҡтан, һалдат?— Башҡортостандан.—Ҡайһы райондан?— Борайҙан.— Салҡаҡ ауылынан табип Пенегинды беләһеңме?— Беләм. Ул минең һуҡыр эсәккә операция яһағайны. — Шулай тигәндән һуң ул бер ни ҙә әйтмәй боролоп сығып китте. Икенсе көндө совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күскәс, яралыларҙы эвакуациялау башланды. Теге табип бер автоматсыны эйәртеп инде, төртөп күрһәтеп, ауыр яралыларҙы атып сығырға ҡушты. Сират миңә еткәс, бер ни әйтмәй ары китте. Мин шул үле дошмандар менән беҙҙең ғәскәрҙәрҙе ҡаршы алдым. Артабан минең аяҡты киҫтеләр. Шул һүҙҙәрҙән һуң ике фронтовик һүҙһеҙ ҡала. Икеһен дә бер һорау борсой. Кем инең һин, доктор?Был һорау уларҙы ғүмер буйы борсой. Заһит ағай менән Әхкәм ағай Борайҙа күрше булып, йорт һалып, намыҫ менән йәшәп, донъя ҡуйҙы. Һалдат дуҫлығына тоғро булдылар.