Балтас районында һәр учреждение, һәр ойошма коллективында йоғошло сиргә ҡаршы көрәш алып барыусы инспекторҙар булдырылды.Ленария Заһирова — район мәғариф бүлегенең медицина инспекторы. Ул үҙенең яңы бурыстарына бик етди ҡарай һәм хеҙмәттәштәренә ауырыу йоҡмаһын, бинаға инфекция үтеп инмәһен өсөн барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә үтәй, башҡаларҙан да шуны талап итә.Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре бинаға инеү урынында дежурҙа тора. Һәр көн иртән бирелә эшләүселәрҙең тән температураһы тикшерелә, махсус журналға теркәлә. Эш урындарына үтеү өсөн битлек һәм бирсәткәләр булыу мотлаҡ. Төрлө һорауҙар менән мәғариф бүлегенә килеүселәр янына белгестәр саҡыртыла. Ленария Рәфис ҡыҙы был талаптарҙың үтәлеүен контролдә тота. Бынан тыш, һәр бүлмәлә елләтеү, дезинфекция үткәреү, һөртөү, дымлы сепрәк менән йыйыштырыу, ультрафиолет лампаларын эшләтеү кеүек махсус саралар графигы булдырылған, бының өсөн яуаплы кешеләр ҡуйылған.Һәр хеҙмәт коллективы, һәр ғаилә, йәмғиәттең һәр ағзаһы ҡурҡыныс ауырыуға ҡаршы етди көрәш асһа, барлыҡ һаҡланыу сараларын да еренә еткереп үтәһә, башҡаларҙан да шуны талап итһә, инфекция таралыу тиҙ ваҡыт эсендә киҫкен кәмер, тигән өмөт бар.