Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Сәләмәтлек
3 Декабря 2020, 11:44

Ике яҡҡа ла файҙа

Медицина-фармацевтика колледжы студенттары республика ойошмаларында эшләй

Студенттар производство практикаһы сиктәрендә дауалау-профилактикалау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә әүҙем ярҙамлаша. 26 октябрҙән “Дауалау эше”, “Шәфҡәт туташы эше”, “Акушерлыҡ эше” белгеслектәренә уҡыған 125 студент медицина ойошмаларының амбулатор-поликлиника звеноһында ярҙам күрһәтә. Шуларҙың 62-һе — Бөрө үҙәк район дауаханаһында, 63-ө Благовещен, Дүртөйлө, Борай, Мишкә һәм башҡа үҙәк район дауаханаларында эшләй. Район хакимиәте башлығы Антон Талаловтың хат-заявкаһы буйынса 25 ирекмән-медик ҡала учреждениеларында температура үлсәй, ҡулдарҙы антисептик менән эшкәртә. “Фармация” белгеслеге буйынса уҡыған 50 студент 16 ноябрҙән республиканың “Башфармация” дарыуханаларында ҡала һәм район халҡын хеҙмәтләндереүҙә ярҙам күрһәтә.— Әлеге ваҡытта коронавирус инфекцияһына бәйле һаулыҡ һаҡлау системаһы ауырлыҡтар кисерә, медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәй, шуға күрә был көсөргәнешле ваҡытта беҙҙең ярҙам бик мөһим, — ти медицина-фармацевтика колледжы директоры Нилә Белобородова. — Бында ике яҡҡа ла файҙа бар. Студенттар һөнәрҙәренең нескәлектәренә төшөнә, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, киләсәктә эш урынлы булыу мөмкинлеге лә бар.Колледж студенттары медицина инспекторҙары булып эшләүен дауам итә. Лаборант белгеслегенә уҡыусы Наталья Ворошнина курсташтары менән бергә стоматология поликлиникаһында пациенттарға ярҙам күрһәтә. Уның һөйләүе буйынса, ҡабул итеүгә яҙылырға теләгәндәргә инспекторҙар телефон номерҙары бирә һәм табипҡа дистанцион рәүештә нисек яҙылырға кәрәклеген аңлата. Поликлиникаға килеүселәрҙең улар тән температураһын үлсәй һәм мәғлүмәттәрҙе журналдарға теркәп бара.Стоматология поликлиникаһы мөдире Ирина Субботина билдәләүенсә, бирегә көнөнә 200-гә яҡын кеше килә. Дауахананың үҙ көсө менән генә ауыр булыр ине. Дүрт хеҙмәткәрҙе төп эшенән айырып инеү урынына ҡуйырға тура килер ине. Ә былай студенттар изге эш тә башҡара, кәрәкле тәжрибә лә туплай.
Ольга Платонова.Фото колледж сайтынан алынды.
Читайте нас