Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
30 Октябрь 2020, 16:45

“Сүп төшкән тип уйлаһам...”

Күҙгә сүп төшкәндәй ҡысыттырһа йә иһә ауырттырһа, арпа сыҡҡанын көт тә тор.

Быны өлкәндәрҙең күбеһе үҙендә татығандыр. Балалар был осраҡта ауыртыуға зарлана. Күҙ ҡабаҡтары ҡысыта, шешә, ҡыҙара, йәш аға, аҙаҡ кинәт ауыртыу башлана, хатта уға тотоноп та булмай.

Өсөнсө-дүртенсе көнгә күҙ ҡабағы ситендә ҡыҙғылт-һары шеш барлыҡҡа килә. Уны һытырға маташырға ярамай, бер-ике көндән һуң ул үҙенән-үҙе һытылып, эрене сыға. Ғәҙәттә, арпа бер күҙгә генә сыға, гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә икенсеһенә лә күсеүе ихтимал. Ҡайһы бер осраҡтарҙа баланың тән температураһы күтәрелеүе ихтимал. Ул көйһөҙләнә, тынысһыҙлана. Арпа һытылғандан һуң хәле яҡшыра башлай.

Бала күҙе ауыртыуға зарланыу менән уны офтальмологка күрһәтегеҙ, табиптар, ғәҙәттә, диагнозды шунда уҡ ҡуя. Ҡайһы саҡта арпа сығыуҙың сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында өҫтәмә диагностика ысулдарын да файҙаланырға мөмкин.

– Сирҙе бактерияларға, микробтарға ҡаршы дарыуҙар, физиотерапия ярҙамында дауалайҙар. Эрен асылмаһа, табип үҙе шеште һытып таҙарта, дауа билдәләй. Иң мөһиме, абсцесты үҙаллы асырға ярамай – уның ҡабаттан йоғоуы йәки етди йәрәхәтләнеүгә килтереүе мөмкин, – тип иҫәпләй күҙ табибы Динар Хәкимов. – Арпа сыҡмаһын өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә: бысраҡ ҡулдар менән күҙҙе ышҡымаҫҡа, иммунитетты нығытырға, кеше тотонған таҫтамалдарҙан, косметиканан файҙаланмаҫҡа. Контактлы линзаларҙы ҡулланғанда бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим.

Фото: metall-dm.ru
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас: