Ошо һорауҙарға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре әҙерләгән яуаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта инсульт өлкәндәр генә түгел, йәштәр өсөн дә хәүефле. Статистика буйынса, уның 10-15 проценты 18 йәштән 50 йәшкә тиклемге кешеләрҙә күҙәтелә. Тикшереүселәрҙең фекеренсә, һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында сиргә килтергән сәбәптәр артҡан. Улар - тәмәке тартыу, һимеҙлек, гипертония, шәкәр диабеты, липид алмашыныуы боҙолоуы һәм башҡалар. Тейешле саралар күрелмәгәндә, алдағы йылдарҙа инсульттың хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында ғәҙәттәге сиргә әйләнеүе ихтимал.
Йыл да баш мейеһе эшмәкәрлегенә зыян килеүҙән 150 меңгә яҡын кеше ауырый. 2008 – 2016 йылдар эсендә тәүге тапҡыр сиргә юлығыу осраҡтары 25 процентҡа артҡан. Был хәл, бөтәһенән дә элек, халыҡтың ҡартайыуына, хәүеф факторҙарының артыуына бәйле.
Кешелә инсульт башланыуын нисек белергә? Сирҙең билдәләрен асыҡлаған иң тиҙ һәм аныҡ инструмент – FAST-тест.
Face - кешенең йылмайыуын йәки тештәрен күрһәтеүен һорағыҙ, инсульт ваҡытында йөҙҙөң ҡыйшайыуы (ассиметрия) күҙәтелә, ауыҙҙың бер мөйөшө һалынып төшә.
Arm - кешенең ултырған көйө биш секунд буйына ике ҡулын 90 градусҡа күтәреүен һорағыҙ, инсульт булғанда, ҡулдарҙың береһе һалынып төшә.
Speech – инсульт булғанда кешенең телмәре боҙола.
Time – ашығыс ярҙамды саҡыртыу мотлаҡ, ярҙам итеү өсөн тәүге 4-5 сәғәт мөһим.
Баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолғанда, һауыҡтырып булмаҫлыҡ участкаларҙан тыш, ҡан әйләнешен тергеҙгән осраҡта ҡотҡарып ҡалырлыҡ зона ла формалаша. Быны 4-4,5 сәғәт эсендә эшләргә мөмкин. Ошо ҡиммәтле ваҡытты табиптар “терапия тәҙрәһе” тип атай. Шуға күрә инсульт билдәләре күҙәтелгән ауырыуҙы мөмкин тиклем тиҙерәк махсус стационарға илтергә кәрәк. Табиптар сирлене тромбтан ҡотолдороу һәм баш мейеһендәге ҡан әйләнешен тергеҙеү өсөн тырышасаҡ.
Ауырыуҙы иҫкәртеү ысулдары һәр кем өсөн айырым билдәләнә. Кешенең енесенә, йәшенә, расаһына, генетик үҙенсәлектәренә лә бәйле ул. Беҙ был факторҙарҙы үҙгәртә алмайбыҙ. Әммә һәр беребеҙҙең ҡулынан килгән әмәлдәр ҙә бар. Артериаль гипертония, тәмәке тартыу, йөрәк ритмы һәм липид алмашыныуы боҙолоуы, физик әүҙемлек кәмеүе, һимереү, балансланмаған туҡланыу - сиргә килтергән төп сәбәптәр. Айырыуса артериаль гипертония хәүефле факторҙарҙың береһе булып тора. Ул төбәктең географияһы һәм этник билдәләнеше менән бәйләнмәгән. Тимәк, уны иҫкәртергә, тормош рәүешен үҙгәртергә мөмкин.
Тикшереүселәрҙең әйтеүенсә, инсульт кисергән кешеләрҙең 10 проценты тулыһынса һауыға. Организмдың шәхси үҙенсәлектәренән тыш, бында невролог, психолог, логопед шәфҡәт туташтары, физик реабилитация белгестәре һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренең өлөшө ҙур. Һауығыуға баш мейеһенең зарарланған участкаһы ҙурлығы, пациенттың йәше, башҡа сирҙәренең булыу-булмауы, эмоциональ торошо кеүек факторҙар ҙа тәьҫир итә. Айырыуса тәүге йылда юғалтылған функцияларҙың күбеһе әүҙем ҡайтарыла.
Инсультты иҫкәртеү өсөн хәүеф факторҙарын күҙаллағыҙ: тәмәке тартаһығыҙмы, әүҙем хәрәкәтләнәһегеҙме, аритмия һәм башҡа йөрәк сирҙәрегеҙ бармы, шәкәр диабеты йәки миокард инфаркты, инсульт кеүек сирҙәр туғандарығыҙҙа, ырыуығыҙҙа элек күҙәтелгәнме һәм башҡалар. Йылына бер тапҡыр булһа ла поликлиникаға артериаль баҫым, тән ауырлығын асыҡлау, холестерин, глюкоза кимәлен белеү өсөн барырға кәрәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.