Кистән 1/3 стакан етен орлоғона бер литр һыу ҡойоп, ҡайнау хәленә еткерергә һәм ошо ҡатнашманы ике сәғәт эҫе һыу һалынған ҙурыраҡ һауытта тоторға. Ошо килеш төнгөлөккә ҡалдырырға ла мөмкин. Иртәнсәк һөҙөп алырға. Яҡынса 850 грамм тирәһе кеҫәл рәүешендәге эсемлек килеп сыға. Көн һайын иртәле-кисле ашар алдынан 1/3 стакан эсергә, йәмғеһе биш көн тирәһенә етергә тейеш. 15 көн эскәндән һуң ике-өс ай ял итергә.
Әгәр эшләү мәшәҡәт тиһәгеҙ, етенде ит турағыс йәки ҡәһүә онтағыста ваҡлап, ошо массаға төнгөлөккө эҫе һыу ғына ҡойоп ҡалдырырға ла мөмкин.
Ғөмүмән, етен орлоғо организм өсөн ифрат файҙалы һанала, сөнки ул Омега-3, Омега-6 кеүек майлы кислоталарға, витаминдарға бай. Тән тиреһенең торошон яҡшырта, холестерин кимәлен кәметә.