❌ Кафе-ресторандарҙа, ашханаларҙа корпоративтар һәм башҡа күп кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу тыйыла. Бындай сараларҙы 2021 йылға күсерәләр
❌ Эшләп йөрөгән йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өйҙән эшләүгә күсерелә
❌Медицина университетының сығарылыш курстары студенттары медицина учреждениеларына эшкә ебәрелә. Терапевтарға һәм башҡа белгестәргә ярҙам итеү өсөн
❌ Һәр ойошмала үҙ медицина инспекторы тәғәйенләнә. Ул эш башланыр алдынан бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең хәлен тикшерергә, шулай уҡ кешеләрҙең күпләп йыйылыуына юл ҡуймаҫҡа тейеш
❌ Кинотеатрҙарҙа залдарҙың тулылығы 50 проценттан 30 процентҡа тиклем кәметелә
❌ Битлек кеймәгән пассажирҙар транспорттан төшөрөп ҡалдырыла
❌ Башҡортостанда шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғандарға үҙизоляция режимы индерелә. Тикшереүселәр бындай кешеләрҙең өйҙәренә йөрөй башлай.