Йәнтөйәк
+24 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Октябрь 2020, 17:44

Пеләш ҡалғың килмәһә...

Табиптар беҙҙе ҡурҡыта ла ҡурҡыта... Бына тағы бер хәбәр. Улар ҡышҡы һыуыҡтар яҡынлашыуын иҫәпкә алып, баш кейемдәренең сәләмәтлек өсөн зыянлы булыуын иҫкә төшөрҙө.


Эш уларҙың үҙҙәрендә түгел, ә баш кейемдәрендәге хәүефле матдәләрҙә, тиҙәр. Хатта етештереү барышында ла уларҙың зарарланыуы ихтимал икән. Йыуғанда химик матдәләр берет һәм шапкаларҙа ҡала, был да һаулыҡ өсөн хәүефле.

Табиптар раҫлауынса, шул арҡала баш тиреһе ҡысыта, сәс ҡойола, баш ауырта, шуға күрә һатып алыр алдынан баш кейеменең составын өйрәнергә, тәбиғи әйберҙәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Рәсәйҙә һатылған һәр унынсы баш кейеме сәләмәтлек өсөн хәүефле, ти һаулыҡ һағында тороусылар.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас: