Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
30 Сентябрь 2020, 11:37

Ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ

Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы табибы Ирина Ғәлина Ҡариҙел ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау эше факультетына уҡырға инә.

Йәш табип үҙенең хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының 21-се клиникаһында башлай, шунда уҡ интернатура үтә. Шунан һуң республика кардиология үҙәгендә кардиология һәм функциональ диагностика белгеслеге буйынса ике йыллыҡ ординатурала тәжрибә һәм белем туплай. Артабан һөнәри эшсәнлеген 18-се дауаханала дауам итә. Аҡрынлап дауалау тәжрибәһе барлыҡҡа килә, хәҙер инде Ирина Ғәлина терапия һәм кардиология буйынса юғары категориялы табип.
— Күңелем һәр саҡ тыуған яғыма тартылды, — ти Ирина Ғилмулла ҡыҙы. — Мөмкинлек килеп сығыу менән ғаиләм менән Ҡариҙелгә ҡайттыҡ.
2006 йылдан башлап Ирина Ғәлина Ҡариҙел дауаханаһында эшләй. Бирегә ҡайтҡандан алып үҙенең тырыш хеҙмәте менән яҡташтарының ышанысын һәм хөрмәтен яуланы.
Ирина Ғилмулла ҡыҙы байтаҡ ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырған белгес. Ауыр минуттарҙа ул ярҙамға килә, һәр береһенең хәлен һораша, дөрөҫ диагноз ҡуйыуы һөҙөмтәһендә уңышлы дауалай, сирлеләрҙе йылы һүҙе менән дәртләндереп, терелеүгә ышаныс уята.
Хеҙмәттәштәре лә асыҡ йөҙлө, изге күңелле табипты бары тик маҡтау һүҙҙәре менән телгә ала. Физиотерапия кабинеты шәфҡәт туташы Резеда Сәлихова уны үҙенең ҡотҡарыусыһы тип һанай:
— Һис уйламағанда коронавирус йоҡторғанмын. Шулай Ирина Ғилмулла ҡыҙының пациенты булып киттем. Ныҡ ауырыным, ике аҙна буйы температура төшмәне, һауа етмәүҙән быуыла инем. Ирина Ғәлина ҡаушап ҡала торған кешеләрҙән түгел, ул һөнәренең оҫтаһы, үҙ көсөнә ышанған табип. Дауалағанда ниндәй препараттар ҡулланырға, ҡасан нимәне үҙгәртергә кәрәклеген теүәл белеп эш итте. Ул кешенең нилектән ауырыуы тураһында һораша, анализдарҙы ентекләп ҡарай, организмдың дөйөм торошон тикшерә, шунан һуң ғына диагноз ҡуя һәм сирҙе дауалай.
Ирина Ғәлина ғаиләһендә лә бәхетле, сөнки ул ышаныслы тормош иптәше, наҙлы әсә, уңған хужабикә. Тормош иптәше Юнир Нәбиулла улы ла медицина кешеһе, ул үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡара. Ғәлиндар Руслан һәм Регина исемле балалар үҫтерә, уларға бар яҡтан да яҡшы өлгө күрһәтә.
Люция КАРАМОВА.
Азат Рәхмәтуллин фотоһы.
Читайте нас: