Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә йәнә үлем осрағы теркәлгән. Билдәле булыуынса, 1947 йылғы ир Өфө дауаханаларының береһендә вафат булған. Инфекцияны дауалау барышын башҡа ауыр сирҙәре ҡатмарландырған, атап әйткәндә, өсөнсө стадиялағы аорта склерозы, йөрәк ишемияһы.
Республикала рәсми рәүештә теркәлгән үлем осраҡтары 37-гә етте. Бынан ике көн элек, 24 сентябрҙә, коронавирустан 84 йәшлек пациенттың вафат булғаны мәғлүм ителгәйне. Ул гипертония һәм Паркинсон сирҙәренә лә дусар булған.
Республикала барлығы 8 076 ауырыу һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә - 72. 517 сирле дауалана, 52-һе - стационарҙарҙа, 465-е амбулатор - шарттарҙа.