Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Сентябрь 2020, 14:49

Киҙеү миҙгеле етте

Көҙ етеү менән һауа температураһы түбәнәйә башлай. Еүеш һәм һалҡын көндәр төрлө вируслы сирҙәрҙең таралыуына булышлыҡ итә. Ошоға бәйле, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре көҙгө осорҙа сәләмәтлекте һаҡлау өсөн үҙ кәңәштәрен тәҡдим итә.


Киҫкен респиратор инфекция­ларҙың эпидемиологик миҙгеле башланғанда тәүге сиратта киҙеүҙе (грипп) иҫкәртеү мөһим.
Иң тәүҙә һүҙ вакцина яһау тура­һында бара, сөнки был киҙеү йоғоу­ҙан һәм сирҙең ауыр ағышынан һаҡлаған иң һөҙөмтәле юл булып тора.
Быйыл был мәсьәлә айырыуса мөһим, сөнки Рәсәйҙә бығаса оҙаҡ йылдар дауамында булмаған штамдар әйләнештә йөрөйәсәк. Был халыҡтың уларға ҡаршы иммунитеты юҡ тигәнде аңлата.

Унан тыш, яңы коронавирус ин­фек­цияһының таралыуын иҫәпкә алып, киҙеүҙән (грипп) иммунитетты һаҡлау ике инфек­цияның бергә ҡушылып, ауыр эҙемтәләр тыуҙы­рыуынан ҡотҡарасаҡ, шуға күрә киҙеүҙән (гриптан) прививка яһатыу был миҙгелдә – көнүҙәк мәсьәлә.

Вакцинация яһа­тыуҙан тыш, иҫкәртеү сараларын да онотмаҫҡа кәрәк. Туҡланыу дө­рөҫ, баланслы, витаминлы бу­лыр­ға тейеш. Физик әүҙемлек, саф һа­уала йөрөү, бүлмәләрҙе йыш ел­ләтеү – был ғәмәлдәр ҙә һаулыҡ­ты, иммунитетты нығытыу өсөн бик мөһим.

Айырыуса ҙур иғтибарҙы йәмә­ғәт урындарында битлек кейеүгә бүлеү зарур. COVID-19 пандемия­һы осоронда был ғәҙәти күренешкә әүерелде, әле лә был һаҡланыу сараһын инҡар итергә ярамай. Битлек сирлеләрҙән ауырыу йоҡто­роу­ҙан да, үҙегеҙ сирләһәгеҙ, баш­ҡаларҙы зарарлауҙан да һаҡлай.

Оптималь температура режимы хаҡында ла иҫтә тотоу зарур. Торлаҡ биналарҙа һауа температураһы 20-22 градус самаһы булырға тейеш. Бүлмәне ныҡ йылытырға ла ярамай, сөнки был тын алыу өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙыра, тын юлдары патогенлы респиратор вирустарға тиҙ бирешеүсәнгә әүерелә.

Урамда йөрөү өсөн уңайлы әйбер һайлағыҙ, мембраналы туҡыманан булһа, бигерәк тә яҡшы, сөнки ул оптималь температура режимы булдырырға ярҙам итә, тәнде артыҡ йылыныуҙан һаҡлай.
Үҙ-үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Читайте нас: