Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Сентябрь 2020, 12:11

Альцгеймер сиренән ҡотолоп буламы?

Һәр йылдың 21 сентябрендә Бөтә донъя Альцгеймер сире көнө билдәләнә. Тап ошо көндә медицина ойошмалары хәүефле сир һәм деменция тураһында халыҡтың мәғлүмәтлелеген арттырыу өсөн көстәрен туплай.

Күптәр деменцияға (ҡартлыҡтағы миңрәүлек, интеллектуаль һәләттәрҙең юғалыуы) дусар ата-әсәһен, туғандарын тәрбиәләй, кемдер үҙенең ҡартлығы тураһында уйлап, һаулығын бөгөндән нисек хәстәрләү мөмкинлектәрен барлай. Деменция үҫешен аҡрынайтырға йәки бөтөнләй уға юлыҡмаҫҡа буламы?
Альцгеймер сире - деменцияның киң таралған, психик һаулыҡты ҡаҡшатҡан төрө. Хәтерҙе юғалтыу, элекке һәләттәрҙе онотоу тормошто ныҡ ҡатмарландыра, йәшәү сифатын насарайта. Был сир тураһында мәғлүмәттең аҙлығы - үҙе ҙур проблема, тип иҫәпләй белгестәр. Сирҙе ҡартлыҡтың даими юлдашы тип иҫәпләгәндәр, һис шикһеҙ, тәрән яңылыша.
Һәр кешенең баш мейеһе йылдар үтеү менән үҙгәреш кисерә, быны кире ҡағып булмай. Уға асыҡ дәлил - күпселек пациенттарҙың 65 йәштән өлкәнерәк йәштә булыуы. Тик ауырыу уларҙан йәшерәк кешеләрҙә лә күҙәтелә. Шуны аңлау мөһим: Альцгеймер сире ҡартлыҡҡа хас мотлаҡ ғәмәл түгел. Хәтер тарҡалыуы – ошо ауырыуҙы иҫкәрткән билдәләрҙең береһе генә. Сирҙең тәүге стадияһында башҡа билдәләрҙең булыуы ла күҙәтелә: кешенең таныш булған ерҙә лә аҙашыуы ихтимал, аҡсаһын иҫәпләй һәм түләй алмауы мөмкин. Ауырыу бер үк һорауҙы туҡтауһыҙ бирә, ғәҙәти эштәрҙе башҡарыу өсөн уға күберәк ваҡыт талап ителә, әйберҙәрен йыш юғалта, кәйефе тиҙ үҙгәреүсән. Сирҙе нисек иҫкәртергә?
Физик әүҙемлек ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеген көйләй, кислородтың баш мейеһенә барып етеүенә, токсик молекулаларҙы тиҙерәк утилләштереүгә булыша. Шуға күрә өлкән йәштә зарядка яһау, саф һауала йөрөү үтә мөһим. Ғалимдарҙың раҫлауынса, ике йәки унан да күберәк телдәрҙе белеү сирҙе уртаса биш йылға кисектерә. Бельгияла был йәһәттән ҡыҙыҡлы тикшеренеү үткәрелгән.
Өлкәндәрҙең туҡланыуын төрләндереү ҙур әһәмиәткә эйә. Йәшелсә, емеш-еләк, диңгеҙ балығы һәм зәйтүн майы рационда булһын. Был кәүҙә ауырлығын көйләргә, холестерин кимәлен кәметергә, ҡан баҫымын түбәнәйтергә ярҙам итә. Фастфуд, консервалар, татлы аҙыҡ-түлек ололар файҙаһына түгел.
Оҙайлы ғүмер кисереү өсөн стрестарҙың аҙ булыуы шарт. Ә беҙҙә уның тәьҫире хроник төҫ алған. Шуға күрә ял итеү, нервыларҙы ҡуҙғытҡан эштән ҡотолоу мөһим. Йәшлектәге зарарлы ғәҙәттәрҙән арынырға кәрәк. Алкоголь һәм тәмәке көйрәтеү әлегә бер кемгә лә сәләмәтлеген ҡайтарманы. 7-8 сәғәтлек йоҡо мейене зарарлы амилоид ҡалдыҡтарынан таҙарта, Америка ғалимдарының был асышын бер кемдең дә кире ҡаҡҡаны булманы әле. Тәрән йоҡо – сәләмәтлек һәм оҙайлы ғүмерҙең нигеҙе.
Хәтерҙе иртәнге зарядка, китап уҡыу, социаль тормошта ҡатнашыу, саф һауала йөрөү, яҡын кешеләрең менән аралашыу яҡшырта. Һеҙгә сирҙе иҫкәртеү өсөн көндәлек күнегеүҙәр тәҡдим итәбеҙ: яңылыҡтар менән танышып барығыҙ, шиғыр ятлағыҙ, шашка-шахмат һәм нард уйындарын уйнағыҙ, сит тел өйрәнегеҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: