Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Сентябрь 2020, 13:49
Киҙеү миҙгеле етте
Көҙ етеү менән һауа температураһы түбәнәйә башлай. Еүеш һәм һалҡын көндәр төрлө вируслы сирҙәр таралыуына булышлыҡ итә. Ошоға бәйле, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре көҙгө осорҙа сәләмәтлекте һаҡлау өсөн үҙ кәңәштәрен тәҡдим итә.
Киҫкен респиратор инфекцияларҙың эпидемиологик миҙгеле башланғанда тәүге сиратта киҙеүҙе (грипп) иҫкәртеү мөһим. Иң тәүҙә һүҙ вакцинациялау тураһында бара, сөнки был киҙеү йоғоуҙан һәм сирҙең ауыр ағышынан һаҡлаған иң һөҙөмтәле юл булып тора. Быйыл был мәсьәлә айырыуса мөһим, сөнки Рәсәйҙә бығаса оҙаҡ йылдар дауамында булмаған штамдар әйләнештә йөрөйәсәк. Был халыҡтың уларға ҡаршы иммунитеты юҡ тигәнде аңлата.
Унан тыш, яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫәпкә алып, киҙеүҙән (грипп) иммунитетты һаҡлау ике инфекцияның бергә ҡушылып, ауыр эҙемтәләр тыуҙырыуынан ҡотҡарасаҡ. Шуға күрә киҙеүҙән (гриптан) прививка яһатыу – көнүҙәк мәсьәлә.
Вакцинациялауҙан тыш иҫкәртеү сараларын да онотмаҫҡа кәрәк. Туҡланыу дөрөҫ, витаминлы булырға тейеш. Физик әүҙемлек, саф һауала йөрөү, бүлмәләрҙе йыш елләтеү – был ғәмәлдәр ҙә һаулыҡты, иммунитетты нығытыу өсөн бик мөһим.
Айырыуса ҙур иғтибарҙы йәмәғәт урындарында битлек кейеүгә бүлеү зарур. COVID-19 пандемияһы осоронда был ғәҙәти күренешкә әүерелде, әле лә ошо һаҡланыу сараһын инҡар итергә ярамай. Битлек сирлеләрҙән ауырыу йоҡтороуҙан да, үҙегеҙ сирләһәгеҙ, башҡаларҙы зарарлауҙан да һаҡлай.
Оптималь температура режимы хаҡында ла иҫтә тотоу зарур. Торлаҡ биналарҙа һауа температураһы 20-22 градус самаһы булырға тейеш. Бүлмәне ныҡ йылытырға ла ярамай, сөнки был тын алыуҙа ҡыйынлыҡ тыуҙыра, тын юлдары респиратор вирустарға тиҙ бирешеүсәнгә әүерелә.
Урамда йөрөү өсөн уңайлы әйбер һайлағыҙ, кейем мембраналы туҡыманан булһа бигерәк тә яҡшы, сөнки ул оптималь температура режимы булдырырға ярҙам итә, тәнде артыҡ йылыныуҙан һаҡлай.
Үҙ-үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!
Фото: img.gazeta.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: