Иң тәүҙә аяҡ кейеменең ниндәй материалдан тегелгәненә иғтибар итегеҙ. Ағыулы буяу еҫе аңҡып тормаһын, тире, замша, нубук кеүек тәбиғи материалдарҙан етештерелгәнен һайлағыҙ. Ғөмүмән, үҙен баҙарҙа танытҡан тәжрибәле предприятиеларҙың продукцияһына өҫтөнлөк бирегеҙ.
Сифатлы аяҡ кейеменең үксәһе ҡаты булырға тейеш. Аҙ ғына үксәле булыуы ла яҡшы. Иң ҙур талап – туфлиҙың табанына. Ул һығылмалы булырға тейеш. Аяҡ кейеменең тарлығы һәм ҡыҫынҡы булыуы сәләмәтлеккә зарар килтерә. Ҡан әйләнеше боҙола, табандың биомеханикаһы алмашына, тип аңлата белгестәр.
Кешенең аяҡ табаны – ҡатмарлы механизм, уның бурысы – атлап йөрөгәндә тыуған көсөргәнеште кәметеү һәм тигеҙләү. Табан ҡыҫылһа, уның башҡа өлөштәре тулыһынса был көсөргәнеште үҙ өҫтөнә ала алмай. Туфлиҙың артыҡ иркен булыуы ла уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, йөрөүе ауырлаша, арыта.
Иң яҡшыһы – аяҡ кейеменең ярты ғына үлсәмгә ҙурыраҡ булыуы. Белгестәр әйтеүенсә, бала тәпәй китеү менән уға аяҡ кейеме кейҙерергә ярамай, аҙ ғына йөрөшө формалашыуын, тигеҙлек тоторға өйрәнеүен көтөгөҙ.