Әлбиттә, иртән иртүк тәмле-татлыға үрелеү ғәҙәтенән арынырға кәрәк. Маркетологтарҙың асығыуҙы шоколад менән баҫырға өндәгән рекламаһы сәләмәтлек файҙаһына түгел. Татлы ризыҡ ашҡаҙанға эләгеү менән ҡеүәтле инсулин бүленеүенә сәбәпсе була, ә был ашҡаҙан аҫты биҙе өсөн ҙур көсөргәнеш тыуҙыра. Ул “авариялы” режимда эшләргә мәжбүр. Ас ҡарынға тәмле-татлы ризыҡты йыш ҡулланыу эҙһеҙ үтмәй, шәкәр диабетына юл асылыуы ихтимал.
Ҡайһы берәүҙәр тороу менән әфлисун һуты эсеүҙе хуп күрә йә иһә бер-ике мандарин менән хушһына. Эйе, цитрус емештәре һәм һуттары файҙалы, тик ас ҡарынға түгел. Улар ашҡаҙанда кислота бүленеүен арттыра, ә бының гастритҡа юл асыуы мөмкин. Цитрустарҙы аштан һуң десерт урынына ҡулланыу яҡшы.
Иртән йогурт йәки кефир эсеүҙән зарар юҡ, шулай уҡ әллә ни файҙаһы ла булмаҫ, сөнки ашҡаҙандағы кислота бөтә файҙалы бактерияларҙы шунда уҡ юҡҡа сығара, шуға күрә уларҙы башҡа аҙыҡтарҙан һуң, аҙыҡ эшкәртеү системаһы эшкә тотонғас эсеү файҙалы.
Иртәнге ашты йәшелсә салатынан башлауҙы ла хупламай диетологтар. Сей йәшелсә яй эшкәртелә, ә организмда ашҡаҙан һуты әлегә етерлек кимәлдә түгел. Һалҡын һыу аҙыҡ эшкәртеү процесын тотҡарлай, шуға күрә уның бүлмә температураһында булыуы шарт.