Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Август 2020, 14:45

“Ковид ул – лотерея...”

Был донъяны баҫҡан зәхмәт тураһында хәҙер инде күпме мәҡәлә уҡып белдек, ишетмәгән мәғлүмәт ҡалманы ла шикелле... тик һаман да ул беҙҙең өсөн асылмаған сер. Табиптар әйтеүенсә, күптәр уны бер ниндәй билдәһеҙ үткәрә, уныһы нисек була икән? Өҫтәүенә көҙөн вирус тағы ла ғәйрәтләнеп китеп, хәлебеҙҙе алмағайы. Һәр хәлдә табиптар шул хаҡта иҫкәртә килә.

Биология фәндәре докторы Анча Баранова әйтеүенсә, ”ковид -лотерея, “отош” һинең физиологик торошоңа бәйле”. Ә беҙ үҙебеҙҙең һаулығыбыҙ тураһында нимә беләбеҙ, генетик үҙенсәлектәр тураһында кем мәғлүмәтле? Уңыштың йылмайыуы ла ихтимал: әгәр инфекция башланыу менән иммун системаһы шунда уҡ уға яуап бирһә...
Ғалимдың әйтеүенсә, һауыҡҡан егерме кешенең береһе шул уҡ сирле хәл-торош кимәлендә ҡатып ҡала. Мускулдар ауыртына, арыта, баш эшләмәй, элекке шөғөлдәрҙе үтәү ҙә ауырға төшә. Мәҫәлән, һауыт-һабаны йыуыуҙың да проблемаға әүерелеүе ихтимал. Йәки “больничный”ҙан һуң эшкә сыҡҡан кешенең ныҡ талсығыуы, ҡайтыу менән “әүен” баҙарына китеүе ғаилә ағзаларының асыуына тейеүе мөмкин.
Ысынлап та, бер ай буйы дауаланып та һауыҡмағас, нисек була инде ул? Хатта ковид менән осрашырға тура килмәгән табиптарға ла уны аңлауы ауыр. Бәлки, оҙайлы һауығыу тап ковидҡа хас билдәлер ҙә, ти ғалим. Табиптар кеше сирләгәндән һуң үпкә ауырыуынан тыш, шәкәр диабеты, инсульт һәм башҡа сирҙәргә юлығыу ихтималлығы хаҡында һаҡ ҡына белдерергә тырыша.
“Тик был ковидтың үҙенсәлеге түгел, ә кеше организмының үҙенсәлеге. Бөтә сирҙәр ҙә бер-береһен көсәйтеп килә. Мәҫәлән, өлкәндәр өсөн бил муйынтығы һыныуы иң ҙур бәлә. Уларҙың күбеһе, бөтә процедуралар үтәлеүенә ҡарамаҫтан, йыл-йыл ярым эсендә вафат була, һөйәк һынғандан түгел, ә түшәктә оҙаҡ ятыуҙан, башҡа сирҙәрҙе еңергә көсө ҡалмауҙан. Ковид та шундай уҡ һәләкәт, уның әһәмиәтен кәметергә ярамай. Иң яҡшы көрәш стратегияһы – уның менән осрашмаҫҡа тырышыу,” - ти биология фәндәре докторы.
Мәкерле сир менән осрашмау өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәк, беҙ быны яттан беләбеҙ. Белеүгә ҡарамаҫтан, республикала сирлеләр һаны арта. Тәүлек эсендә йәнә 35 кеше сирҙе эләктергән. Шулай итеп, республикала вирусты йоҡторғандар һаны 7 197-гә етте. 1 449 ауырыу дауалана. Бөтәһе 5 723 пациент һауыҡҡан.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 5 057 кешелә коронавирус раҫланған, 124 ауырыу вафат булған.
Фото:Veroniguede Viguerie
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: