Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
3 Август 2020, 13:51

Сикләүҙәрҙе йомшартыуға әҙер түгелбеҙ

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә коронавирусҡа бәйле хәлде тикшереүҙән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала инфекцияның таралыу кимәле тигеҙ, тик ҡатмарлы.

– Хәлдең әллә ни яҡшырыуын күрмәйбеҙ. 1 сентябргә яҡшыраҡ күрһәткестәр менән сығырға тигән бурыс ҡуйғайныҡ та, әлегә тойолмай. Хәҙер 1 сентябрҙән мәктәптәр, балалар баҡсалары асылһа, кешеләр тағы ла артасаҡ. Хәлдәрҙең тағы ҡатмарлашыуы бар. Беҙ әлегә сикләүҙәрҙе алыуҙың икенсе этабына күсмәйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Һуңғы тәүлек эсендә коронавирус 36 кешелә табылған. Дөйөм зарарланғандар һаны – 6851 кеше.
15 августа кинотеатрҙар асылырға тейеш тигән һүҙ бар ине. Был турала ла Радий Фәрит улы үҙенең ҡарашын белдерҙе.
– Уларҙы асыуҙың яҡынса датаһы 15 август ине. Әлегә аныҡ ҡына бер нимә лә әйтеп булмай. Кинотеатрҙар әҙерләнһен, ә беҙ хәлгә ҡарарбыҙ. Эпидемиологик торошҡа ҡарап ҡарар ҡабул ителәсәк. Әгәр икенсе этапҡа күсмәйбеҙ икән, бер нимә лә асылмаясаҡ, – тине ул.
Фото: gtrk.tv
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: