Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
3 Август 2020, 16:10

Иммунитетты нығытайыҡ

Иммунитет – күҙәнәк һәм туҡымаларҙа үҙгәрештәр барлыҡҡа килтереүсе инфекциялы агенттарға һәм сит матдәләргә ҡаршы тороусанлыҡ. Иммунитеттан күп нимә тора: беҙҙең һаҡлау системаһы “ватылһа”, организм микробтар тарафынан юҡҡа сығарыла һәм кеше һәләк була. Иммун системаһы кешелек эволюцияһы дауамында тәбиғи һайлап алыуға һәм иҫән ҡалыуға ярҙам итеүсе фактор булараҡ үҫешкән.

Биологик роле – организмдың бөтә ғүмер буйына генетик бөтөнлөгөн һаҡлау. Иммунитеттың бурысын уның күҙәнәктәре – макрофагтар үтәй. Был ҡандың аҡ күҙәнәктәре үҙҙәренең рецепторҙары ярҙамында “дошман” күҙәнәктәрен таный һәм улар менән көрәшә, шулай уҡ организмдан токсиндарҙы , тарҡалған продукттарҙы сығара. Тап уның арҡаһында матдәләр алмашыныу процестары – метаболизм көйлө эшләй, ҡаты ауырыуҙарҙан һуң организм көсө тергеҙелә.
Эсәклек- бактериялар өсөн “ожмах”. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, унда организмыбыҙҙағы микроорганизмдар менән әүҙем аралашыусы иммун күҙәнәктәренең 80 проценты урынлашҡан. Эсәк микрофлораһы бактериялары эсәклектең иммун системаһы күҙәнәктәренең өлгөрөү һәм әүҙемләшеү процесында ҡатнаша һәм вирустарға ҡаршы тороусанлығын көсәйтә. Ә иммунитетты нимә ҡаҡшата һуң?
Уның тотороҡлоғона йоғонто яһаусы сәбәптәрҙең береһе – дөрөҫ туҡланмау арҡаһында ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлегенең боҙолоуы. Майлы һәм ыҫланған аҙыҡтарҙың ҡанды фильтрлаусы һәм токсиндарҙы сығарыусы бауырҙы эшлектән сығарыуы мөмкин. Тәмәке тартыу иммун системаһын ҡаҡшатыуҙан тыш, шеш һәм онкоголик процестарҙың үҫешенә булышлыҡ итә. Физик көсөргәнеш һәм хәрәкәттең етешмәүе матдәләр алмашыу процесын тотҡарлай, ҡан әйләнешен аҡрынайта.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иммунитет һәр саҡта ла зарарлы күҙәнәктәрҙе “таный” алмай, сөнки кинәт үҙгәргән (мутация) күҙәнәктәр иммун системаһының һиҙгерлеген “йоҡомһората” һәм организмда яман шештәр үҫешенә килтерә. Хәҙерге заман медицинаһында иммун системаһын әүҙемләштереү өсөн сара бар – кешенең үҙ иммунитеты ҡеүәтен файҙаланыуға, яман шеш күҙәнәктәрен таныу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән ысул иммунотерапия тип атала. Был ысулдың нескәлектәрен аңлатыуҙы табиптар ҡарамағына ҡалдырайыҡ. Ә беҙ үҙебеҙ иммунитетты күтәреү өсөн көндәлек тормошта нимә эшләй алабыҙ?
Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙә арыу-талсығыу тояһығыҙ, йыш ауырыйһығыҙ икән, тимәк, уйланырға урын бар. Сәләмәт тормош алып барыу – иң мөһиме. Балансланған туҡланыу, йәшелсә, емеш-еләк ашау, күберәк таҙа һыу эсеү, саф һауала йөрөү, физик эш менән шөғөлләнеү – бына иң төп ҡағиҙәләр. Һаулығығыҙ торошона иғтибарлы булығыҙ, йылына бер тапҡыр булһа ла терапевҡа күренегеҙ.
Фото:Acmespb.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: