Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
10 Июль 2020, 11:37

Бал ҡорто ла зыян килтерә

Йәй көнө бал ҡорттары бик әүҙем була. Улар саҡһа, урыны ҡыҙарып шешә, көслө аллергик реакция булыуы ла ихтимал.

Бал ҡорто кешегә көслө ағыуын индерә. Шуға ла сағылған урын ауырта һәм елһенеү барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә, ҡорттоң энәһе ярала ҡала. Ә ул һаман да ағыу бүлеп сығарыуын дауам итә. Тиҙ арала ана шул энәне тырнаҡ осо йә пинцет менән сығарырға кәрәк. Әгәр ҙә ул тире аҫтына үтеп инһә, һаҡ ҡына һығығыҙ, тик бер ҡасан да шул тирәне ышҡымағыҙ. Ағыуҙы оҙаҡ ҡына һыҡҡас, яра урынына сылатылған шәкәр йә спирт (одеколон) һөртөгөҙ. Күберәк һыу эсергә кәрәк, был организмды ағыуҙан таҙарта. Бал ҡорто саҡҡандан һуң араҡы эсергә ярамай, алкоголь организмға эләккән ағыуҙың тәьҫирен көсәйтә.
Ҡайһы бер кешеләрҙә бал ҡортоноң сағыуынан аллергик реакция булыуы ихтимал. Бигерәк тә 12 йәшкә тиклемге балалар һәм 55 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар тиҙ бирешә. Ундай кешеләр сағылғандан һуң ҡып-ҡыҙыл булып шешенә, тындары быуыла. Уларға тиҙ арала антигистамин төркөмө препаратынан уколды ҡан тамырына ебәрергә кәрәк. Ғөмүмән, бал ҡорто сағыуына аллергияһы булғандар мотлаҡ аллергологҡа күренергә тейеш.
Фото: takprosto.cc
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: