Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
3 Июль 2020, 13:44

Коронавирустың ғүмерлек эҙемтәһе

Коронавирус менән ауырыған кешеләрҙә уның эҙемтәләре һауыҡҡас та ғүмерлеккә һаҡланып ҡалыуы ихтимал. Бөйөк Британияның Милли һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте белгестәре ошондай һығымтаға килгән.


Улар билдәләүенсә, COVID-19 кисергән һәр өсөнсө пациенттың үпкәһенә ғүмерлеккә зыян килеүе, уның хроник талсығыуҙан, психологик төшөнкөлөктән яфаланыуы ихтимал. Бынан тыш, ғалимдар коронавирустың мейене зарарлауы, Альцгеймер ауырыуының киҫкенләшеү хәүефен арттырыуы тураһында ла йышыраҡ һөйләй.

Британияның Коронавирустан һуң аяҡҡа баҫыу үҙәге етәксеһе Хилари Флойд COVID-19 менән сирләгән урта йәштәге байтаҡ кешенең, эйәрсен сирҙәре булмаһа ла, коронавирустан һуң эшкә һәләтһеҙлеккә, хроник талсығыуға зарланыуын телгә ала. Милли һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтендә шулай уҡ һауыҡҡандарҙың 30 процентында киләсәктә үпкә фиброзы булыу ихтималлығын билдәләйҙәр. Пациенттарҙың яртыһына ғүмерлеккә физик, когнитив һәм психологик кәмселектәр янай.

Британияла сирҙән һауығып сыҡҡан һәр унынсы кешенең йөрәгенә етди зыян килеүе теркәлгән. Профессор Питер Опеншоу әйтеүенсә, интенсив терапия үткәргән пациенттарға ғәҙәти йәшәү рәүешенә ҡайтыу өсөн бер йыл самаһы ваҡыт кәрәк, әммә уларҙың күбеһе һаулығын тулыһынса кире ҡайтара алмаясаҡ.
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне
Читайте нас: