Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
30 Июнь 2020, 17:58

Һары мәтрүшкәнең дә зыяны бар

Үлән менән дауаланыуҙың тарихи дәүере кешелектең тарихына бәрәбәр булып, быуаттар төпкөлөнә инеп сорнала. Әлеге мәлдә фитотерапияның әһәмиәте ифрат мөһим һәм уның менән ҡыҙыҡһыныу арта бара. Дарыу үләндәрен дөрөҫ итеп билдәләү генә түгел, йыя белергә лә кәрәк. Автомагистраль, сәнәғәт предприятиелары, көтөүлектәрҙә үҫкән, төрлө сирҙәр, ҡоротҡостар менән зарарланған үләндәрҙе урап үтергә кәрәк. Цикута, болиголов, ҡарға күҙе, аҡһырғаҡ, тилебәрән кеүек үтә ағыулы үләндәрҙән һаҡ булығыҙ. Башҡортостандың үҫемлектәр донъяһы бик бай, составы буйынса үҙенсәлекле. Тыуған ерлектә үҫкән дарыу үләндәре генә барлыҡ сир-сырхауға шифалы булып торалыр. Эҙләп, йыраҡ бараһы түгел, улар эргәбеҙҙә, аяҡ аҫтында тип әйтерлек үҫә. Иң популяр дарыу үләндәре, әлбиттә, һары һәм зәңгәр мәтрүшкә.


Һары мәтрүшкә борондан билдәле. Составында дуплау матдәләре, эфир майы, биологик әүҙем матдәләр, буяусы матдә, глицерин, витаминдар, флавоноидтар бар. Һары мәтрүшкәнең төнәт­мәһе бөйөр, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, үт ҡыуығы ауырыуҙарына ҡаршы, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатыу өсөн файҙаланыла. Глицерин дофамин кимәлен арттыра. Психикаға яҡшы тәьҫир итә, депрессиянан ярҙам итә. Был үлән 99 сирҙән дауа, ти халыҡ. Һары мәтрүшкәнең төнәтмәһен оҙаҡ эсергә ярамай. Ул шулай уҡ тиренең ультрафиолетҡа һиҙгерлеген арттыра, шуның өсөн уның сәйен эсеп, ҡояшта ҡыҙынырға ярамай. Тән температураһы, ҡан баҫымы юғары булғанда ла төнәтмәне эсмәй торорға кәңәш ителә. Дарыуҙар эскәндә, ағзалар трансплантацияһы кисергәндә ҡулланырға ярамай.

Һары мәтрүшкә күпләп үҫкән яланда көтөү көтмәҫкә, сабылған бесән араһында табылһа, алып ташларға кәрәк. Аҡһыл төҫтәге мал­дарҙың (һыйырҙың “симменталь” тоҡомлоһо) ағыуланыуы күҙәтелә. Температураһы күтә­релә, тире, танау, күҙ, ауыҙ эргәләре шешенә, ҡысына. Шешенгән урындарҙа йәрәхәт һәм некроздар барлыҡҡа килмәһен өсөн, малды тиҙерәк ышыҡҡа, күләгәле урынға индерергә, таҙа һыу бирергә кәрәк. Һары мәтрүшкәне йыйғанда, иғтибарлы булы­ғыҙ: япраҡтарын ҡояшҡа йүнәлткәндә, тишектәр (перфорациялар) күренергә тейеш. Һары мәтрүшкәнең нәҡ ошо төрө иң файҙалыһы тип иҫәпләнә.

Зәңгәр мәтрүшкә – тәбиғи антибиотик, сос­тавында карволол, аскорбин кисло­таһы, дуп­лау матдәләре, эфир майҙары күп. Ул ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуын арттыра, тән температураһын төшөрөүҙә, йүтәлләгәндә ярҙам итә, артыҡ холестеринды ҡыуа һ.б.

Ҡурай еләге япраҡтары составында С, Е, К витаминдары, фолий кислотаһы, органик кислоталар, салицилат бар. Япраҡтарының төнәтмәһе температураны төшөрә, организм­дарҙы токсиндарҙан таҙарта. Шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә лә ярҙам итә. Быума һәм быуынға тоҙ ултырыу ауырыуынан яфаланғандарға һаҡ булырға кәрәк.
Кесерткән составында аҡһымдар, С витамины, глюкоза, тимер, калий күп. Был үләнде авитаминоз, анемия, диабет, ревматизм, сәс ҡойолғанда файҙаланыу яҡшы. Варикоз менән сирләгәндә һаҡ булырға кәрәк. Был осраҡта тик кипте­релгән кесерткәнде генә файҙа­ланырға мөмкин. “Аллахол” препаратының составында ла кесерткән бар.

Бәпембә үләне бик файҙалы – матдәләр алмашыныуын яҡшырта, атеросклероз, анемия, һары ауырыуы, подагра менән сирләгәндә килешә. Бәпембә составында А, В1, В2 витаминдары, рутин, фитонцидтар, органик ыҫмалалар бар. Көҙөн уның тамырҙарында 40 процентҡа яҡын инулин йыйыла.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: кемгәлер килешкән дарыу үләне икенсе берәүҙә аллергия булдырыуы ихтимал. Шуға дарыу үләндәрен үҙ белдегең менән түгел, ә табиптар менән кәңәшләшеп файҙа­ланырға кәрәк.


Автор: Луиза ХӘЙРЕТДИНОВА, Ауыл хужалығы үҙәгенең Ғафури районы буйынса баш агрономы
Читайте нас: