Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
26 Июнь 2020, 12:10

Аҡ халатлы шәфҡәт эйәләре

Кисә район хакимиәтенең ултырыштар залында тантаналы шарттарҙа районыбыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, рәхмәт белдерҙеләр һәм наградалар тапшырҙылар. Район хакимиәте башлығы Ришат Дихин тантаналы шарттарҙа районыбыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, рәхмәт белдерҙе һәм наградалар тапшырҙы.Пндемия ваҡытында кеше ғүмере өсөн ҡалҡан торған аҡ халатлыларҙың хеҙмәтен дә билдәләне Ришат Марат улы. Һөнәри оҫталыҡтары, батырлыҡтары, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, оҫта эш иткәндәре өсөн оло рәхмәтен еткерҙе. Барыһына ла сәләмәтлек, именлек, ғаилә бәхете, тотороҡлолоҡ, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм уңыштар теләне.Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре медицина хеҙмәткәрҙәрен сағыу концерт номерҙары менән тәбрикләне. Әйткәндәй, аҡ халатлылар үҙҙәре лә ижади таланттары менән һоҡландырҙы. Наилә Имаева. Район хакимиәтенең ултырыштар залында тантаналы шарттарҙа районыбыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, рәхмәт белдерҙеләр һәм наградалар тапшырҙылар.

Наилә Имаева.
Читайте нас: