Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
21 Июнь 2020, 22:50

Һоҡланғыс гүзәл зат

Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был көндө кешеләр ғүмерен һаҡлап ҡалған, уларҙың ауырыу-һыҙланыуҙарын еңеп сығырға ярҙам иткән табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары рәхмәтле пациенттарынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Изге теләктәр шулай уҡ Гиппократ антына тоғро ҡалып, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткән ошо тармаҡ ветерандарына ла юллана. 42 йыл Солтанай, Ҡаракүл, Ҡушкүл ауылдары халҡының һаулығы һағында торған Фәниә Әзғәр ҡыҙы Суфиянова ла ауылдаштарының ихтирамын, оло хөрмәтен тойоп йәшәй.Тулыраҡ материалды һылтанма буйынса инеп уҡығыҙ:

Фәниә Әзғәр ҡыҙы — шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, ҡатмарлы шарттарҙа ла ауылдаштарының һаулығын нығытырға, ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам иткән, әле лә үҙенең фәһемле кәңәштәре, тәжрибәһе менән бүлешкән ихтирамлы хеҙмәт ветераны. Һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, изге күңелле, кеше хәленә инә белеүсән, иғтибарлы гүзәл зат 42 йыл Солтанай ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире вазифаһын башҡарҙы.
Сураш ауылы ҡыҙы 1977 йылда Свердловск медицина училищеһын тамамлап ҡайтып, артабанғы тормошон Солтанай ауылы менән бәйләй. Ауыл фельдшерының эш графигы юҡ, тиҙәр. Эшеңде күңел биреп, намыҫ менән башҡарһаң, бәлки, шулайҙыр ҙа. Фәниә Әзғәр ҡыҙы эшләгән йылдарҙа Ҡаракүл, Ҡушкүл ауылдарына юл юҡ ине. Күп ваҡыт йәйәү, осраһа атҡа ултырып, ҡышҡы буранмы, яҙғы-көҙгө батҡаҡмы, медицина ярҙамы күрһәтергә ашыға ул. Көнөнә икешәр-өсәр ҡабат барған саҡтары ла була. Ул эшләгән йылдарҙа ауылдарҙа балалар тыуымы юғары була. Сабыйҙарҙың хәле насарайып киткәндә саҡырыуҙарға иртәнге сәғәт биштә-дүрттә сығып киткән ваҡыттарын йыш иҫкә ала ул хәҙер. Күп ваҡыт Яубүләк, Яңы Ҡарткиҫәк, Королев ауылдарындағы хеҙмәттәштәрен дә алмаштыра. Алсаҡ йөҙлө, тәжрибәле белгестең хеҙмәт күрһәткестәре һәр ваҡыт юғары булғанлыҡтан, район дауаханаһы етәкселеге лә уны ихтирам итә.
Бынан ун йыл элек хаҡлы ялға сыҡҡан Фәниә Әзғәр ҡыҙы күптән түгел үҙенең 65 йәшен билдәләне. Ул үҙенең оло улы Әнфис, ҡыҙҙары Луиза менән Эльзаның уңыштарына һөйөнөп, өс ейән-ейәнсәренең үҫеп килеүенә ҡыуанып ғүмер кисерә. Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап тәрбиәле, белемгә ынтылыусан, тырыш булды, хәҙер һәр береһе үҙ тормошо менән йәшәй. Атайҙары Әнис Фазлинур улының ғына ғүмере ҡыҫҡа булды, емертеп эшләр, балаларына терәк булырҙай саҡта ауыр сир ғүмерен алды. Көслө рухлы Фәниә апай балаларын уҡытты, аяҡҡа баҫырға ярҙам итте. Ғәзиздәре лә әсәйҙәрен яңғыҙы ҡалдырырға тырышмай, ялда, байрамдарҙа ҡайтып ярҙамлаша, булышып китә. Ә йорт тирәһе Фәниә апайҙың күҙ генә теймәһен. Бында яңғыҙ ҡатын йәшәй тимәҫһең! Уңған, тиктормаҫ гүзәл зат аҙбар тултырып мал ҡарай, күпләп ҡош-ҡорт алып, себештәрҙе үҙе лә сығарып үҫтерә. Ата-әсәһенән килгән боронғо кәсепте дауам итеп, ғүмере буйы умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Матурлыҡҡа ғашиҡ кеше булараҡ, өй алдында, йортонда, баҡсаһында ниндәй генә гөлдәр, емеш-еләк үҫтермәй. Уңған кеше бар яҡлап та уңған тигәндәй, ҡул эшенә лә, аш-һыуға ла оҫта ул. Ауылдың хөрмәтле ағинәйе йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай, мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Бына шундай тормош ауырлыҡтарына баш эймәгән, яҡындарының, ауылдаштарының, хеҙмәттәштәренең оло ихтирамын яулаған, тормошҡа, матурлыҡҡа ғашиҡ һоҡланғыс гүзәл зат йәшәй Солтанай ауылында.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар ғаилә архивынан.
Читайте нас: