Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
21 Июнь 2020, 10:59

Ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе ысын йөрәктән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һөнәри оҫталығығыҙ, батырлығығыҙ һәм шәфҡәтегеҙ, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белгәнегеҙ һәм оҫта эш иткәнегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе ҡабул итегеҙ.


Тормошобоҙҙа ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан аҡ халатлы фәрештәләребеҙ! Һеҙ тормошоғоҙҙо үтә яуаплы, ҡатмарлы, әммә иң миһырбанлы һәм үтә кәрәкле һөнәр менән бәйләгәнһегеҙ. Һеҙгә һәр кешенең төп байлығын – уның һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Дауалау уңышы профессионализм менән генә түгел, һеҙгә хас юғары кешелеклелек менән дә билдәләнә.
Ялһыҙ һәм байрамдарһыҙ һеҙ сабыйҙарға донъяға килергә ярҙам итәһегеҙ, операция өҫтәле янында тораһығыҙ, кешеләрҙе ауыр сирҙәрҙән ҡотҡараһығыҙ, тәүге һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтәһегеҙ.
Һеҙҙең юғары профессионаллегегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, батырлығығыҙ һәм шәфҡәтегеҙ, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡарар ҡабул итә белгәнегеҙ һәм оҫта эш иткәнегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе ҡабул итегеҙ. Йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, ҡотҡарған ғүмерҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең изгелегегеҙ һәм шәфҡәтлегегеҙ ауырыуға өмөт һәм көс бирә, сирен еңеп сығырға ярҙам итә.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, тотороҡлолоҡ, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйбеҙ.
Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә тыныслыҡ, именлек, сабырлыҡ, бәхет һәм эштәрегеҙҙең уң барыуын теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән «Йәнтөйәк» район
-ара гәзите коллективы.
Читайте нас: