Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Июнь 2020, 14:18

Мәрхәмәтле һөнәр эйәһе

Ҡариҙел районынан Асия Ғиззәрова ауылдаштарының һаулығын хәстәрләй

“Беҙҙең Асия аҡ халатлы “фәрештә” кеүек, бер ҡасан да, бер кемгә лә ҡараңғы йөҙөн күрһәтмәҫ, киреһенсә, йылы һүҙҙәре, урынлы кәңәштәре беҙҙе терелтә, йәшәүгә көс-дәрт бирә. Алдағы көндәрҙә изгелектәре үҙенә йөҙләтә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ”, — ти уның хаҡында ауылдаштары.
Асия Өлфәт ҡыҙы Ғиззәрова 1963 йылда Йәнсәйет ауылында тыуған. 1982 йылда Бөрө медицина училищеһының фельдшер-акушерлыҡ бүлеген тамамлай. Тыуған ауылында эшләүенә 38 йыл тулған.
Асия Өлфәт ҡыҙы — юғары квалификациялы белгес. Уның тураһында шәфҡәт туташы булып тыуған тиһәк тә хата булмаҫ, бер ҡасан да ярҙамынан ҡалдырмай, ваҡыты етмәүенә һылтанмай. Ул — һөйкөмлө, яғымлы, киң күңелле, оло йөрәкле, сабыр холоҡло кеше. 38 йыл эсендә уның ҡылған изгелектәрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ, күпме кешенең, сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалған, нисәмә ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырған.
— Фельдшер эше бик яуаплы. Беҙҙең эш графигы тигән төшөнсә юҡ. Иртә таңда ла, ҡараңғы төндә лә ауырыуға ярҙам итергә кәрәк. Яуаплылыҡ тойғоһо көслө булырға тейеш. Башҡарған эшең өсөн иң ҙур рәхмәт — ул үҙең ярҙам иткән кешеләрҙе һау-сәләмәт күреү, — ти хеҙмәт ветераны.
Асия Ғиззәрова өйөндә лә уңған хужабикә. Өй эстәре һәр ваҡыт бөхтә, өҫтәлдәренән тәмле ризыҡтар өҙөлмәй. Бүлмә һайын береһенән-береһе матур гөлдәр күҙ яуын ала. Йортта ла үҙеңде сихри тәбиғәт ҡосағына эләккәндәй хис итәһең. Ундағы еләк-емеш ағасының, йәйен өй алдында үҫкән сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ. Ауыл башынан уҡ парлы шыршылары сәләмләй. Тырыш ғаиләнең һарайы мал-тыуар, ҡош-ҡорт менән тулы.
Ғаилә башлығы Риф Хәниф улы оҙаҡ йылдар урмансы булып эшләгән, артабан Йәнлектәр донъяһы һәм улар йәшәгән объекттарҙы файҙаланыуҙы һаҡлау, контролдә тотоу һәм көйләү буйынса Бөрө комитетының Ҡариҙел районындағы баш белгес-эксперты вазифаһын башҡара. Әлеге ваҡытта район муниципаль контроле хеҙмәткәре.
Ғаилә өсөн атайҙың беләге, әсәйҙең йөрәге һыҙлай, тиҙәр. Ғиззәровтар ҙа балаларын белемле, маҡсатсан итеүгә бар көсөн, тырышлығын һала. Улар уңыштың еңел бирелмәгәнлеген, бәхеттең тик намыҫлы хеҙмәт, тир түгеү аша килгәнен яҡшы белә.
Асия һәм Риф Ғиззәровтар бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Балалары ла үҙҙәре кеүек тырыш, итәғәтле, эшһөйәр. Альберт тормош иптәше Гөлназ менән үҙҙәре һалып сыҡҡан күркәм өйҙә йәшәй, Илнар, Айдар, Альвинаны тәрбиәләй. Эльза әсәһе юлын һайлаған, Благовещен ҡалаһында эшләй, тормош иптәше Илгиз менән Аделина, Арианна исемле бәләкәстәрҙе үҫтерә. Эльвина БДУ филиалында тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерҙе, Бөрө ҡалаһында балалар баҡсаһында эшләй, ҡыҙы Сабинаны тәрбиәләй.
Ғиззәровтар кеүек күркәм, татыу ғаиләләр ауылдың йәме, ҡото булып тора.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас: