Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Июнь 2020, 16:46

Ҡарасәй-Черкесскка беҙҙең табиптар юлланды

Башҡортостан табиптары коронавирус менән көрәштә ярайһы уҡ тәжрибә тупланы. Дөйөм көс менән беҙ был ҡурҡыныс инфекцияны еңеп киләбеҙ. Хәҙер сит өлкәләр беҙҙән ярҙам һорай башланы.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡарасәй-Черкесск республикаһына табиптар бригадаһын ебәреү тураһында белдерҙе.
Аҙаҡ ул был турала социаль селтәрҙәрҙә лә яҙып сыҡты.
“Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һорауы буйынса коронавирусҡа ҡаршы көрәш өсөн Ҡарасәй-Черкесск Республикаһына 17 табиптан торған бригада ебәрәбеҙ. Был беҙҙең инфекционистар, анестезиологтар, пульмонологтар, терапевтар, эпидемиологтар, улар COVID-госпиталь шарттарында ҡыҙыл зонала эшләйәсәк.
Шулай уҡ бөгөн унда гуманитар ярҙам менән йөк ебәрҙек (шәхси ярҙам саралары, битлектәр, дезинфекция саралары, медикаменттар).
Әлеге еңел булмаған хәлдә беҙ тәжрибә тупланыҡ һәм яңы хәүефкә ҡаршы торорға өйрәндек, шуға күрә туғандаш республикаға ихлас күңелдән ярҙам итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Бәйләнештә.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: