Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Июнь 2020, 14:38

Өлкәндәр өсөн айырыуса хәүефле

Иҫерткес эсемлектәрҙе даими ҡулланған 40 йәште уҙған кешеләрҙе тикшергәндән һуң, уларҙың сәләмәтлегендә бик күп проблемалар барлығы асыҡлана. Британия ғалимдары ошондай мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.


Лондондағы Университет колледжы профессоры Пол Уоллестың фекеренсә, спирт организмдағы бөтә ағзаларға йоғонто яһай. Алкоголде эскәс тә, кеше үҙендә көс-ҡеүәт тоя, кәйефе күтәрелә, ләкин ул логик фекерләүгә, планлаштырыуға һәләтен, үҙенең холоҡ-фиғеленә контролде юғалта. “Тора-бара эсемлек тәьҫире кәйефте көйләй башлай, кешелә хәүеф тойғоһо, эске көсөргәнеш тыуа”, – ти Уоллес.

Табиптар билдәләүенсә, эскелек менән мауыҡҡан кешенең тәненә һытҡылар сыға, тиреһе тиҙ ҡартая, йөрәк эшмәкәрлеге насарая. Бынан тыш, бауырына етди зыян килә. Уның күләме бәләкәсәйә, цирроз һәм башҡа ауырыуҙар күҙәтелә.

Әйткәндәй, эскеселәрҙә коронавирус йоҡтороу хәүефе лә юғары, сөнки спиртлы эсемлектәр арҡаһында иммун системаһы көсһөҙләнә.

Фото: pixabay.com
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне
Читайте нас: