Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
8 Июнь 2020, 13:33

Аяҡ аҫтындағы үләндәрҙең шифаһы

Йәйҙең иң йәмле осорона аяҡ баҫтыҡ – ялан-ҡырҙар күкрәп сәскә ата.

Дарыу үләндәренең дә шифалы, көс йыя башлаған осоро. Ә бит уларҙың күптәре аяҡ аҫтында ғына тигәндәй. Белеп, самалап ҡулланһаң, иҫ киткес сихәт бит ул тыуған төйәгебеҙ үләндәре!

Бына социаль селтәрҙәге дуҫыбыҙ Зәкиә Мәжитованың яҙмаһына күҙ һалайыҡ әле.

“Ихатала йәй тәрбиәләп кенә йөрөмәйек әле, йәйҙән үҙебеҙҙе лә тәрбиәләтеп ҡалайыҡ.
Интернетта мәғлүмәт күп тә ул, тәжрибә аша бирелгәненә етмәй кеүек. Үҙем иһә быйыл, йылдағы ғәмәлдәремә өҫтәп, әрем ашай башланым. Әллә ҡасандан шуны ашап ҡарағым килә ине. Хәйер, метронидазол тигән таблетка ла шул һөҙөмтәне бирә буғай, ә шулай ҙа тыуған төйәгебеҙҙә үҫкән әрем шифалыраҡ булыр әле. Әрем тумалаҡтарын йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ ҡабатларға тиелә.
Миңә ҡырмыҫҡа иләүе янында үҫкәндәре оҡшай, ҡырмыҫҡаларҙан да бер дауа өҫтәлгәндәй.
Иптәшем яҙ башынан атҡолаҡ япрағына кинәнә. Аяғына яба ла ойоғон кейә.
Ә һеҙ? Йәй һеҙҙе тәрбиәләй башланымы?”
Зәкиә апай яҙған әрем организмды бик яҡшы таҙартыу көсөнә эйә. Бер ҡапҡанда ике-өс тумалаҡ эсергә, дауаланыу курсы – өс-дүрт аҙна. Әремде тулыһынса киптереп, порошок кеүек итеп яһап та һаҡларға мөмкин. Был осраҡта ярты балғалаҡ ҡабып, артынса һыу эсергә.
Әремде йөклө ҡатындарға, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре ныҡ аҙған осраҡта, аллергия булғанда эсергә ярамай.
Ә атҡолаҡ япрағы тире ауырыуҙарынан килешә, аяҡ тирләүен бөтөрә, һыҙлаған урындарға ла ябалар.
Фото: dad-master.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: