Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
7 Июнь 2020, 18:06

Илһөйә Бәҙретдинова: "Дауахана. Онкология. Дарыу еҫе..."

Йырсы Илһөйә Бәҙретдинова Инстаграмдағы сәхифәһендә моңһоу уйланыуҙарын еткереп, халыҡты борсоуға һалды.

"Дауахана... Онкология... Дарыу еҫе... Тып-тыныс... Һирәк-һаяҡ кемдәрҙеңдер ыңғырашҡан тауышы ишетелә. Ниндәйҙер ваҡ-төйәк проблемалар өсөн ҡайғырып йөрөүҙәр, тормош ҡыуыу, аҡса тураһында уйлауҙар онотола бында. Был сир йәш менән ҡартты айырмай. Бында бизнесмендар ҙа, осон-осҡа ялғап йәшәгәндәр ҙә тигеҙ. Барыһы ла бер исем аҫтында. Пациент! Барлыҡ һөйләшеүҙәр бер темаға. Сәләмәтлек.
Бында бер кем дә үҙе теләп эләкмәй. Был яҙмыш һынауы... Ул һәр кемгә ҡағылырға мөмкин... Кеше бәхетле сағында бәхетле икәнен, сәләмәт мәлендә сәләмәт булыуын аңламай. Аңлар өсөн юғалтырға кәрәк...»

Эйе, йырсының был уйланыуҙары халыҡты борсоуға һалды. Ләкин хәүефләнергә сәбәп юҡ - Илһөйә тамашасыларын тынысландырырға ашыға: «Мин сирләмәйем! Борсолмағыҙ! Ләкин минең был дауаханалағы һәр бер табипҡа, шәфҡәт туташына башымды түбән эйеп рәхмәт әйткем килә! Күпме кеше яҙмышы улар ҡулында... Бик ҙур хөрмәткә лайыҡ һөнәр ул - Табип».
Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ, дуҫтар! Һаулығыбыҙҙың, бәхетебеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйек.

Фото: 100biografiy.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: