Цитруслылар. Әфлисун, мандарин һәм лимондың аллергия һәм ашҡаҙан ауырыуы барлыҡҡа килтереүе бар.
Бананда магний күп, ул йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге өсөн файҙалы. Шул уҡ ваҡытта кальций-магний балансын боҙорға мөмкин.
Сей йәшелсә. Уларҙың составында кислоталар бар һәм шуның менән ашҡаҙандың лайлалы тышлығын ярһыталар. Аш һеңдереү системаһында проблемаһы булғандарға сей ҡыяр, помидор, кәбеҫтә ашарға ярамай.
Йогурт. Иртән организмға йогурт бактериялары кәрәк түгел. Шуға ла был осраҡта уны файҙалы тип ашау дөрөҫ түгел.
Ашарға ярай, әммә файҙаһы һиҙелмәйәсәк. Йогуртты иртәнге аштан һуң ике-өс сәғәт үткәс кенә ашарға була.
Картуф та иртән ашҡаҙан өсөн ауыр ризыҡ.
Иртән һалҡынса эсемлек тә эсергә ярамай. Уның бүлмә температураһында булыуы шарт.
Баллы ризыҡтар. Йоҡонан торған ваҡытта ашҡаҙан аҫты биҙе инсулинды кәрәкле күләмдә бүлеп сығара алмай. Ашҡаҙанға эләккән баллы ризыҡтар уны сығырынан-сығып эшләргә мәжбүр итә.
Бер ниндәй ризыҡ ҡапмайынса, кофе эсеү ҙә ашҡаҙан ауырыуына килтерергә мөмкин.
Ҡаҙылыҡ менән бутерброд. Ҡаҙылыҡ составында сәләмәтлек өсөн зыянлы булған канцероген матдәләр бар. Буш ашҡаҙан ундай “химик һөжүмгә” әҙер түгел.