Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Май 2020, 13:34

Табиптар битлек режимы яҡлы

Башҡортостан табиптары төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп, битлек режимын ҡәтғиләндереүҙе һорағайны.

“Тәү сиратта барлыҡ йәмәғәт урындарында битлек режимын һаҡларға һәм социаль арауыҡты һаҡларға кәрәк. Был айырыуса эш урындарында, йәмәғәт транспортында мөһим талап булырға тейеш. Табиптарҙың үҙҙәренең дә битлек кейеп йөрөүен тәьмин итергә кәрәк”, тиелә мөрәжәғәттә. Хатҡа Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева, БДМУ-ның хирургия кафедраһы мөдире, профессор Вил Тимербулатов, БДМУ ректоры Валентин Павлов, республика дауаханалары баш табиптары, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюздары етәкселәре ҡул ҡуйған. “Республикала ваҡытында санитария-эпидемиологик һәм карантин саралары ҡабул ителеүе һәм табиптарҙың тырышлығы менән Башҡортостан ҡурҡыныс эҙемтәләрһеҙ генә был хәлдән арынып килә. Шуны билдәләргә була: Covid-19 менән көрәштең беренсе этабы лайыҡлы үтте. Был турала сирлеләр һаны ла, һәләк булғандар һаны ла, дауаханаларҙа урындарҙың күп булыуы ла һөйләй”, – тиелгән унда.
Улар фекеренсә, ҡурсаланыу саралары оҙаҡҡа һуҙылды, кешеләр өйҙә ултырып арыны. Бының һаулыҡҡа зыян килтереүе лә ихтимал. Шуға күрә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын йомшартырға кәрәк. “Кешеләргә саф һауаға сығырға, балалар менән тышта йөрөргә, физик әүҙемлек һәм спорт менән шөғөлләнергә рөхсәт итергә кәрәк. Балалар урамда күберәк булырға тейеш. Шулай ҙа битлекһеҙ ярамай. Коронавирус менән көрәшкән саҡта иҫкәртеү саралары ҙур мәғәнәгә эйә. Әгәр битлек режимы күҙәтелмәй икән, хәлдең күпкә насарланыуы ихтимал”, – тип яҙа табиптар.
Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмә ваҡытында депутаттарға был башланғысты бөгөн үк тикшерергә һәм ҡарар ҡабул итергә ҡушты.
фото: golos.ua
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: