Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Май 2020, 18:02

“Ҡояш витамины” ашағыҙ

Инглиз ғалимдары ҡурсаланыу осоронда, яҙ һәм йәй көндәрендә D витаминына өҫтөнлөк бирергә тәҡдим итә. Ғәҙәттә, беҙ уны урамда, ҡояш нурҙары аҫтында йөрөгән саҡта тейешле миҡдарҙа алабыҙ. Әммә әлеге осраҡта, оҙайлы ваҡыт йорттарҙа ултырғанға, был витаминға ҡытлыҡ тыуыуы ихтимал.

Уны икенсе төрлө “ҡояш витамины” тип тә атайҙар. Ул беҙҙең организмға инфекция­ларға, төрлө сирҙәргә ҡаршы торорға ярҙам итә. Пандемия осоронда был мәсьәлә бигерәк тә көнүҙәк.

Англияла әле коронавирус эпидемияһы башланмаҫ борон уҡ һәр кемгә көнөнә 10 микрограмм D витамины тәҡдим ителгән. Бигерәк тә был ҡышҡы айҙарҙа файҙалы, сөнки кеше­ләр был осорҙа урамға сығып бармай. Пандемия мәлендә иһә барыбыҙ ҙа күберәк ваҡыт өйҙә ултырырға мәжбүр, был осраҡта иһә D витаминына мохтажлыҡ ҡырҡа арта.

Шуға күрә инглиз табиптары витаминды таблетка йәки капсула формаһында йыл әйләнә­һенә ҡабул итергә ҡуша. Был кәңәш бигерәк тә сәләмәтлегенә бәйле өйҙә торғандар (ауыр сиргә бәйле; операциянан һуң һәм башҡа сәбәптәр менән); ҡарттар йортонда йәшәгәндәр; ябыҡ кейем яратҡандар өсөн урынлы.

D витамины тештәрҙе, һө­йәк­тәрҙе, мускулдарҙы нығыта. Бала саҡта уның етмәүе ҡур­ҡыныс сиргә – рахитҡа килте­реүе ихтимал. Был һөйәктәрҙең дөрөҫ үҫешмәүе һәм һөлдәнең деформацияланыуы тигәнде аңлата. Өлкәндәр иһә остео­маляцияға дусар булыуы бар: был минералдар етмәү сәбәпле һөйәктәрҙең йомшарыуын аңлата (“өлкәндәр рахиты”).

Тикшеренеүҙәр күрһә­теүенсә, D витамины беҙҙе һалҡын тейеүҙән, киҙеүҙән дә һаҡлай. Бәғзе тикшереүселәр уға ҡытлыҡ кешене миҙгел депрессияһына килтереүе ихтимал, шулай уҡ ул нервы системаһы эшмәкәрлегенә, психик һаулыҡҡа ла йоғонто яһай тип билдәләй.
Әммә һәр ғәмәлдә сама кәрәк. D витаминын күп ҡабул итеү ҙә зыян килтерә, шуға уны табиптар билдәләгән миҡ­дарҙан арттырыу ярамай.
Хәүефһеҙ миҡдар түбәндә­гесә:

l 1 йәштән 10 йәшкә тиклемге балалар – көнөнә 50 микрограмдан артмаҫҡа тейеш;

l 12 айға тиклемге бәпестәр – көнөнә 25 микрограмдан артмаҫҡа тейеш;

l өлкәндәр – көнөнә 100 микрограмм самаһы, био­өҫтәмәләр составында булһа – 10 микрограмм.

Ҙур дефицит булған осраҡта табиптар юғарыраҡ доза тәҡдим итеүе ихтимал. Әммә ҡайһы бер сирҙәрҙән яфа­ланғандарға D витаминын, ғөмүмән, ҡулланыу тыйыла. Мәҫәлән, бөйөр ауырыуҙарына дусар кешеләргә.

Коронавирус инфекцияһына килгәндә, был витамин уны йоҡтороуҙан һаҡламай, әммә организмдың дөйөм торошон, иммунитет ныҡлығын тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә. Дөрөҫөн әйткәндә, исеменә ҡарамаҫтан, ысынбарлыҡта ул – гормон, организмда каль­цийҙы үҙләштерергә ярҙам итә. Әйткәндәй, ул аҙыҡ-түлектә юҡ тиерлек (ҡайһы бер майлы балыҡ сорттарында һәм йо­мортҡала осрай). Шул уҡ ваҡытта ультрафиолет нурҙары тәьҫире һөҙөмтәһендә кеше тиреһе был гормонды ҡәҙимге холестериндан үҙе бүлеп сығара. Ҡайһы бер етеш­те­реүселәр синтезланған витаминды йогурттарға, әҙер ир­тәнге аштарға, маргаринға өҫтәй.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Читайте нас: