Кремль поликлиникаларының береһендә эшләгән табип-дерматовенеролог Наталия Вережникова әйтеүенсә, ҡулды йыш йыуыу һәм антисептиктар ҡулланыу тиренең һаҡлаусы үҙенсәлектәрен кәметә, дерматит барлыҡҡа килеүгә сәбәп булырға мөмкин. Шулай уҡ организмға инфекция эләгеү хәүефен арттырыуы бар.
Коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, белгестәр ҡулды йышыраҡ йыуырға саҡыра. Унан тыш, ҡулды антисептиктар менән дә эшкәртеп торорға кәрәк. Был шарттарҙа ҡулдың һаҡлаусы тире ҡатламы яңырып өлгөрмәй, унда микроярылыуҙар барлыҡҡа килеүе бар, тире хатта ҡуба башлауы ихтимал.
Быға тиклем табиптар антисептикты ҡулға кәмендә ике тапҡыр һөртөргә тәҡдим иткәйне. Әммә был кәңәш өйҙә ултырғандарға түгел, йәмәғәт урындарында булғандарға ҡағыла. Ә һабын менән ҡул йыуыуға килгәндә, был ғәмәл тәүлегенә алты тапҡырҙан артмаҫҡа тейеш.