Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
6 Май 2020, 11:05

Мейе өсөн ниндәй аҙыҡ иң зыянлыһы?

Был хаҡта АҠШ ғалимдары нимә тип белдергән?

Был хаҡта АҠШ ғалимдары нимә тип белдергән?
Ғалимдар күптәрҙең ашау рационының йыш ҡына бер төрлө икәнлеген асыҡлаған. Ул, нигеҙҙә, ит, картуф һәм ондан бешерелгән аҙыҡ-түлектән торған.
Тикшереүҙә уртаса йәше 78 булған деменциялы 209 һәм ошо уҡ йәштәге төрлө енестәге, белемле, әммә когнитив боҙолоуҙарға дусар түгел 418 кеше ҡатнашҡан. Улар анкетаға һуңғы йылда күпме һәм нәмә ашағанлығы хаҡында мәғлүмәттәрҙе яҙған, өҫтәүенә медицина тикшереүе үткән.
Шулай итеп, ғалимдарҙың тикшереүе деменция менән йонсоғандарҙың күберәк колбаса, ыҫланған һәм крахмалға бай аҙыҡ-түлеккә, алкоголгә, тәм-томға өҫтөнлөк биреүен асыҡлаған. Ә бына ит, диңгеҙ аҙыҡ-түлектәре, йәшелсә-емеш менән туҡланғандарҙың аҡыл йәһәтенән сәләмәтлегендә норманан тайпылыштар күҙәтелмәгән.
Фото: vk.com
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Meye-s-n-i-ziyanli-a-i-nim-251961/
Читайте нас: